Геройҙар дәүере
17 Декабрь 2024, 16:10

МХО биләмәһендә ата менән улы осрашҡан

Ирҙәр иламай тип кем әйтә... .

МХО биләмәһендә ата менән улы осрашҡанМХО биләмәһендә ата менән улы осрашҡан
МХО биләмәһендә ата менән улы осрашҡан

Махсус хәрби операция биләмәһендә бик тулҡынландырғыс осрашыу булған. Атаһы менән улы осрашҡан: улар икеһе лә бер-берен ҡосаҡлаған килеш оҙаҡ торған. Ирҙәр ҙә илай шул...

Башҡортостандың Архангел районында йәшәгән Фәрит Хажиев яугир улын күрер өсөн махсус хәрби операцияға оҙатылған ылау менән барған. Һигеҙ ай буйына күрмәгән улын яу биләмәһендә осратып, тыуған яҡ сәләмдәрен тапшырып, өй ризыҡтары менән һыйлаған. 

Һуғыш яланындағы һәр осрашыу тулҡынландырғыс шул.

Тиҙерәк һуғыш бөтһөн, яугирҙәр яҡындары янына иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!

Фото: телеграм

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас