Күптән түгел Өфөләге 3-сө гимназияла махсус хәрби операцияла һәләк булған Михаил Каменевҡа мемориаль таҡтаташ асылды. Ул Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының торакал хирургы ине һәм тәүгеләрҙән булып ирекмән-табип булып Луганск Халыҡ Республикаһына командировкаға юлланғайны. Михаил Владимирович һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта булған һәм медицина ярҙамы күрһәткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр яраланған яугирҙәрҙе яу яланынан алып сыҡҡанда ул ултырған автомобиль дошман дронына эләккән. Ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн Михаил Владимирович генерал Шайморатов ордены менән наградланған.
Сығанаҡ, фотолар: Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы.