Геройҙар дәүере
18 Декабрь 2024, 13:00

Дошманды улым менән бергә туҡмайбыҙ

Уның һүҙҙәрендә маҡтаныу ҙа, маһайыу һәм арттырыу ҙа юҡ. Ул ябай ғына итеп, нисек бар, шулай һөйләй.

Дошманды улым менән бергә туҡмайбыҙДошманды улым менән бергә туҡмайбыҙ
Дошманды улым менән бергә туҡмайбыҙ

Илле йәшен ҡыуып барыуға ҡарамаҫтан, йәш егеттәрҙән һис та ҡалышмаған “Фрол” менән махсус хәрби операция биләмәһендә таныштыҡ. “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә ул.

“Фрол” Стәрлетамаҡ районының Золотоношка ауылында төпләнгән, ә үҙе Ишембай районының Ишәй ауылында тыуған, аҙаҡ байтаҡ ҡына Нефтекама ҡалаһында йәшәгән. Махсус хәрби операцияға килеүенә йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә киткән. Контракт төҙөүенең сәбәбе улына бәйле икән.

– Ике ҡыҙым һәм улым бар. 2022 йылда улым өлөшләтә мобилизацияға эләкте һәм әлеге көндә Херсон яғында хеҙмәт итеп йөрөй. Малай киткәс, оҙаҡ ҡына уйланып йөрөнөм. Ул илебеҙҙе дошмандан һаҡлаған саҡта мин йылы өйҙә тыныс ҡына ятам... Тәүҙә яңылыҡтарҙы күҙәтеп барҙым. Аҙаҡ улым да бындағы хәлдәр торошон һөйләне. Беҙ ябай халыҡ булһаҡ та, күреп белеп торабыҙ бит. Украиндар бөтөнләй шашты, ябай халыҡҡа ҡорал күтәрә башланы. Ирмен тигән ир-егет быға түҙеп ятамы һуң? Шуға күрә былтыр контракт төҙөргә ҡарар иттем, – тип һөйләй “Фрол”.

Улы менән бер урынға эләкмәһә лә, төрлө йүнәлештәрҙә бергәләп дошманды туҡмауы, икеһен дә бер маҡсат берләштереүе атай менән улға көс бирә. Ә маҡсаттары изге – тыуған илде һаҡлау. Мөмкинлек сығыу менән улар бәйләнешкә сығып, аралашып торалар.

“Фрол”дың ғаиләһендә илһөйәрҙәр байтаҡ. Уның бер туған ағаһы ла контракт төҙөп, МХО-ға килгән, бик күп батырлыҡтар күрһәткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл майҙа ул һәләк булған.

Тыныс тормошта !Фрол" механизатор булып эшләгән. Ваҡытында армияла хеҙмәт иткән. Күренеп тора – физик формаһы бик яҡшы. Үҙенә 46 йәш булыуын белгәс, бөтөнләй аптыраным. Егеттәрҙән һис ҡалышмай ул. Баҡһаң, спорт менән шөғөлләнә, үҙен ҡарай икән.

– Һаулығым һәйбәт, бөтә физик нормативтарҙы үтәйем. Йәш саҡтан ҡул көрәше, футбол, волейбол, баскетбол менән шөғөлләндем. Һәр саҡ йүгерҙем. Арттырмай әйтәм, күп егеттәрҙән шәберәк йүгерәм мин бында (көлә). Атыуға ла һәйбәтмен, һәр саҡ күнекмәләр үтеп торам. Хоҙай шундай һәйбәт һаулыҡ биргәндә, дәрт-дарман да булғанда тыныс ҡына өйҙә ятып ҡала алманым, әлбиттә. Яу яланы – үҙеңде һынау урыны ла бит ул. Ир булараҡ ҡулыңдан нимә килгәнен, нимәгә һәләтле икәнеңде аңлау мөмкинлеге бар, – ти “Фрол”.

Уның һүҙҙәрендә маҡтаныу ҙа, маһайыу һәм арттырыу ҙа юҡ. Ул ябай ғына итеп, нисек бар, шулай һөйләй.

“Фрол”дың битендә яра эҙҙәре күренеп ҡала. Баҡһаң, бер штурм ваҡытында йәрәхәт алған икән. Снаряд ярсығы битенә, бит һөйәктәренә тейгән. Бер ай госпиталдә дауаланғандан һуң, ул шәбәйеп кире хәрби бурыстарын үтәүгә тотонған. Октябрҙә тағы берҙе яралана, бер түгел ике йәрәхәт ала. Хәҙер тәнендә снаряд ярсыҡтары тороп ҡалған. “Улар миңә ҡамасауламай”, – ти ир иҫе лә китмәй.

Минең менән еңел генә һөйләшһә лә, хеҙмәте бик яуаплы уның. Дрондар атыусы уҡсы ул. Шул уҡ ваҡытта төркөм етәксеһе лә. Үҙенең егеттәре өсөн ҙур яуаплылыҡ тоя, улар иҫән-һау бурысын үтәһен өсөн бар көсөн һала.

– Ҡурҡыныс түгелме һуң, – тип һорайым унан.

– Беренсе тапҡыр алғы һыҙыҡты үтеп, яуға ингәс һис тә ҡурҡманым. Күп нәмә аңлашылмай ине, шулай ҙа айышына тиҙ төшөндөм. Яралар алырға ла тура килде, ярсыҡ килеп тейһә йән көйә, күберәкте эшләп өлгөрмәнем тип ҡайғырам. Үҙем өсөн бөтөнләй ҡурҡмайым мин, ә бына егеттәр өсөн хафаланам. Улым иҫән-һау йөрөһөн тип теләйем. Ҡайһы берәүҙәр һуғышҡа ингәндә бетеү-фәлән алып бара. Мин ундайға ышанмайым. Өҫтән кемгә күпме яҙылған, шунса йәшәрбеҙ тип уйлайым. Барыһы ла яҡшы буласаҡ, шуға ышанам мин, – ти “Фрол”.

“Фрол” форсаттан файҙаланып Башҡортостан халҡына, тыуған яҡтарына сәләм әйтте һәм ярҙам өсөн ҙур рәхмәт еткереүҙе һораны.

– Башҡортостан егеттәре бында һәйбәт йәшәй. Бөтә нәмә менән дә тәьмин ителгәнбеҙ. Яҡташтарыбыҙ даими посылкалар ебәреп тора. Беҙ республика халҡының беҙгә булған ярҙамын, яҡшы мөнәсәбәтен тоябыҙ һәм ошо беҙгә көс бирә. Рәхмәт һеҙгә, яҡташтарым, – тине ул.

В. УРАЗБАЕВ.

Автор фотоһы. 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас