Геройҙар дәүере
18 Декабрь 2024, 11:00

Көткән көндө яҡынайтып

“Көмөш ирекмән”, дүрт бала әсәһе Кәримә Тәлғәт ҡыҙы Әхмәтшина – Шишмә районының Яңы Ябалаҡлы ауылынан. “Киләһе йылдың 24 мартында алтынсы тиҫтәмә аяҡ баҫасаҡмын”, – ти ул. 

Көткән көндө яҡынайтыпКөткән көндө яҡынайтып
Көткән көндө яҡынайтып

“Көмөш ирекмән”, дүрт бала әсәһе Кәримә Тәлғәт ҡыҙы Әхмәтшина – Шишмә районының Яңы Ябалаҡлы ауылынан. “Киләһе йылдың 24 мартында алтынсы тиҫтәмә аяҡ баҫасаҡмын”, – ти ул. Шәкәр заводында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан апай тик ултырырға яратмай: ҡул эштәре менән була, белгәндәрен йәш килендәргә лә өйрәтә. Уның ижад емештәре сағыулығы менән айырылып тора. Тәпешкәләр, исемдәр яҙылған йыуғыстарҙы ул заказ буйынса ла бәйләй. Һуңғы йылдарҙа ул ваҡытын ил һаҡсыларына йөн ойоҡ, өс бармаҡлы бейәләйҙәр, мунса йыйылмаһы эшләүгә бағышлай.

Кәримә Тәлғәт ҡыҙының улы Данис Әфҡәт улы Вәлиев 2022 йылда МХО-ла һәләк була. “Улым Камчаткала диңгеҙ пехотаһында хеҙмәт итте, мөҙҙәтен тултырғас, контракт буйынса ҡалды. 21 йәшендә генә юғалттыҡ беҙ уны. Олатайым Миңйән Сабиров 1941 йылда һуғышҡа китә,  Шайморатов Генерал дивизияһына эләгә. Алкинола аттар өйрәтә ул яуға. 1943 йылда Харьков ерендэ хәбәрһеҙ юғала. 80 йылдан һуң минең дә ғәзизем Украина ерендә вафат булыр тип кем уйлаған? Әлеге ваҡытта  илебеҙ һағында торған ир-арыҫландарыбыҙ барыһы ла – беҙҙең балалар.  Улар беҙҙең аңлауға, иғтибарға һәм ҡурсыуға мохтаж. Ауылыбыҙҙың  йәш килендәрен йыйып, яуҙағы егеттәребеҙгә туҡмас киҫәбеҙ, сәк-сәк бешерәбеҙ. Районыбыҙҙан киткән гуманитар ылауға һәр ваҡыт шулай үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ. Тик торғансы илгә хеҙмәт итһен, тип Данис улымдын мотоциклын да МХО-ға ебәрҙек. Беҙҙең күстәнәстәр егеттәребеҙгә барып етһен, уландарыбыҙ Еңеү менән ҡайтһын!” – ти Кәримә Тәлғәт ҡыҙы. Шәһит яугир улының фотоһүрәтен тотҡан ҡыҙы Розалина Ринат ҡыҙы Муллағәлина Шишмә ҡасабаһында 1-се мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Данистың тағы ла бер апайы – Регина бар. “Ейәнем Илназ Муллағәлин бөтә яҡтан да Данис ағаһына оҡшарға тырыша. Диңгеҙ пехотасыһы формаһына тиклем алдырҙы. “Нәнәй, ҡартатай, тик үлмәгеҙ, Данис ағайым кеүек һеҙҙе йәшниккә һалмаһындар, мин һеҙҙе үҙем ҡарайым”, – тип йыуата балаҡайым,  – ти Кәримә апай тулҡынланып. –Ҡыҙым укыусылары менэн яугирҙәргә хат яҙғанда ейәнемдән дә яҙҙырған. Хат Шишмэ ҡасабаһынан Заря ҡушаматлы яугиргә эләккән. Ейәнем уҡыған класҡа килеп яугир рәхмәттәр әйтеп ҡотлап киткән. Регина ҡыҙымдың ҡыҙы Алиназа ла "Һалдатҡа хат "акцияһында ҡатнашты. Уның хаты үҙебеҙҙең райондың хәрби комиссары Илфир Рәғит улы Сәлимгәрәевҡа эләккэн. Ул алты ай МХО-ла булып ҡайтты”.

Шишмә районыныда осрашыуҙар ваҡытында Кәримә апай Республикабыҙ Башлығы Радий Хәбировҡа яугир әсәләр исеменән, иғтибары өсөн рәхмәт белдереп, мамыҡ шәл бүләк иткән. Кәримә Тәлғәт ҡыҙының эшмәкәрлеге  Башҡорт-ҡатын ҡыҙҙары йәмғиәтенең Рабиға Ҡушаева исемендәге “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы менән билдәләнгән. “Данис улымдың бала саҡтағы хыялын тормошка ашырып, “Мөғжизәләр яланы”нда ҡатнаштым”, – ти тынғыһыҙ апай.

Әсә кеше өсөн балаһын юғалтыуҙан да ауыр ҡайғы юҡ. Кәримә апай улының илебеҙҙең яҡты киләсәге өсөн үҙ йәнен фиҙа ҡылыуын аңлап, уның юлын дауам итә: тылдан ул ебәргән күстәнәстәр, ҡул эштәре – барлыҡ изге ғәмәлдәр Еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур өлөш ул.

Көткән көндө яҡынайтып
Көткән көндө яҡынайтып
Көткән көндө яҡынайтып
Көткән көндө яҡынайтып
Көткән көндө яҡынайтып
Көткән көндө яҡынайтып
Көткән көндө яҡынайтып
Көткән көндө яҡынайтып
Көткән көндө яҡынайтып
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас