Башҡорт дәүләт аграр университетында эшләп йөрөгән Бөрйән ҡыҙы Римма Абдуллина яңыраҡ Краснодар ҡалаһында булғанында яраланып госпиталдә ятҡан “Шах” позывнойлы яҡташының янына барып, хәлдәрен белешеп, күстәнәстәр ҡалдырып киткән.
-“Шах”тың янына ике көн барҙым, кәйефе көр, хәлдәре яҡшырып килә, - тип белдергән Римма.
БДАУ аспиранты, агротехнология факультетының үҫемлекселек кафедраһында кесе ғилми хеҙмәткәр булып эшләүсе Римма Ришат ҡыҙына афарин һәм рәхмәт белдерә бар Бөрйән халҡы.
Беҙ ҙә "Шах"тың тиҙерәк һауығып сығыуын теләйбеҙ!
Фото һәм сығанаҡ: "Таң" гәзитенән