Геройҙар дәүере
22 Декабрь 2024, 07:00

"Һеҙгә һәр саҡ ярҙам итәсәкбеҙ"

Бөрйән районында махсус хәрби операция яугирҙәренә, уларҙың ата-әсәһенә, яҡындарына даими булышлыҡ күрһәтелә.

"Һеҙгә һәр саҡ ярҙам итәсәкбеҙ""Һеҙгә һәр саҡ ярҙам итәсәкбеҙ"
"Һеҙгә һәр саҡ ярҙам итәсәкбеҙ"

Бөрйән районында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға һәм уларҙың ғаиләләренә төрлө яҡлап булышлыҡ ҡылына. Дәүләт тарафынан ҡаралған ярҙам саралары һөҙөмтәле бойомға ашырыла.

Райондың ветерандар союзы рәйесе, хәрби хәрәкәттәр ветераны Олег Ғәлиев әйтеүенсә, махсус хәрби операция биләмәһендәгеләргә гуманитар ярҙам йыйыу даими ойошторолоп тора. Һуңғыһында тулы комплектлы өс күсмә мунса, мотоцикл, ҡорбанлыҡҡа һуйылған һыйыр ите, бысҡы, бензогенераторҙар, окоп шәмдәре, маскировкалау селтәрҙәре, аҙыҡ-түлек һ.б. ебәрелгән.     

Бөрйәндә яугирҙәрҙең ғаиләләренә, яҡындарына ла гел ярҙам күрһәтелеп тора. Мәҫәлән, күптән түгел Мораҙым ауылында йәшәгән Рәйлә Хажиәхмәт ҡыҙына утын алып барғандар. Уның ике яҡын кешеһе – улы һәм ире махсус хәрби операцияла. Ҡолғана ауылы хакимиәте башлығы Илшат Ҡолбирҙин утын әҙерләп биргән Фирғәт Хәйбуллинға, техника менән ярҙам иткән Азамат Исламғоловҡа ҙур рәхмәт белдерҙе.

Ветерандар советы рәйесе Олег Ғәлиев әйтеүенсә, районда яугирҙәрҙең яҡындарына ярҙам бар яҡлап күрһәтелә: утын килтереү, ҡышҡыһын ихаталарын ҡарҙан таҙартыуҙан башлап торлаҡ төҙөүгә сертификат биреүгә тиклем. Йәнә махсус хәрби операциялағыларҙың ғаиләләре менән осрашыуҙар ҙа йыш үткәрелә, уларҙың мохтахлыҡтары асыҡланып, булышлыҡ күрһәтелә. Яҡындарын мәңгегә юғалтҡандарға рухи ярҙам булһын тип, шулай уҡ йәш быуынға ватансылыҡ тәрбиәһе биреү өсөн мәктәптәрҙә Герой парталары ла булдырыла. Ошо көндәрҙә, мәҫәлән, махсус хәрби операция ҡаһарманы, Мораҙым ауылы егете Илназ Үтәбаев иҫтәлегенә урындағы белем усағында Герой партаһы урынлаштырылған. Сарала ҡатнашыусылар яугирҙең ата-әсәһе Мөнирә Юныс ҡыҙы менән Илгиз Йәнғәле улына оло сабырлыҡ, ныҡлы һаулыҡ теләгән, һеҙгә һәр саҡ ярҙам итеп торасаҡбыҙ, тип ихлас һүҙҙәрен еткергән.

Фотоларҙа: 1,2 - Рәйлә Хажиәхмәт ҡыҙына ярҙам; 3 - Илназ Үтәбаев иҫтәлегенә Герой партаһы асыла; 4 - МХО яугиренең ата-әсәһе.

Фотолар "Таң" гәзите төркөмөнән алынды.

Бөрйән районы.

"Һеҙгә һәр саҡ ярҙам итәсәкбеҙ"
"Һеҙгә һәр саҡ ярҙам итәсәкбеҙ"
"Һеҙгә һәр саҡ ярҙам итәсәкбеҙ"
"Һеҙгә һәр саҡ ярҙам итәсәкбеҙ"
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас