Геройҙар дәүере
23 Декабрь 2024, 16:00

Атайым ”еңеү менән ҡайт!” тип фатихаһын бирҙе

Ул көндә “эшкә” тип киттем, ә үҙем тимер юл вокзалында алыҫ сәфәргә китергә торам. Әйтмәй китеүҙең насар икәнлеген аңлауҙан үҙемә лә ҡыйын. Шулай ҙа хәбәрҙе әсәйемә еткергәндәр, ул мине оҙатырға вокзалға килеп өлгөрҙө. 

Атайым ”еңеү менән ҡайт!” тип фатихаһын бирҙеАтайым ”еңеү менән ҡайт!” тип фатихаһын бирҙе
Атайым ”еңеү менән ҡайт!” тип фатихаһын бирҙе

Етди ҡарашлы, уйсан хәрби егет, йәш булыуына ҡарамаҫтан, аяуһыҙ яу юлдарын кискән, һуғыш фажиғәһен дә, еңеү шатлығын да татыған, дуҫлыҡ һәм берҙәмлек ҡәҙере хаҡын да яҡшы белгән, бөгөн Ватан һағында уяу торған меңәрләгән һалдаттарыбыҙҙың береһе. Махсус хәрби операцияға уның үҙ теләге менән китеүенә ғәжәпләнәһе лә түгел, сөнки ата-бабаларының һәр быуынына Ватанды һаҡлау бурысы төшкән. Ҡартатаһы Бөйөк Ватан һуғышында танк экипажы командиры вазифаһында немец фашистарына ҡаршы һуғышһа, атаһына Афғанстанда хәрби хеҙмәт үтергә тура килә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғышһыҙ осорҙо белмәй тарих. Ул ҡалдырған эҙҙәр, һыҙланыуҙар, һабаҡтар быуаттар дауамында кешелекте оҙатып барасаҡ әле. Тыуып үҫкән Дүртөйлөһөн өҙөлөп һөйгән, унан башҡа ерҙә йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәгән Альберт Әминевте үҙ теләге менән ут эсенә инергә, үҙ теләге менән Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә нимә мәжбүр иткәнен аңларға тырышып ҡараныҡ. Ул яраланыу һөҙөмтәһендә демобилизацияланып тыныс тормошҡа ҡайтһа ла, уйы менән бер туҫтаҡтан ашап, бер окопта ятып, бер уй менән йәшәгән хеҙмәттәштәре янында. 1-се штурм төркөмөнөң отделение командиры, кесе сержант Альберт Әминев бөгөн дә сафта, яҡташтарына гуманитар йөк туплауҙа ярҙам итә, яҡындан аралаша.

– Мин 2022 йылдың май айында Оборона министрлығы менән контракт төҙөнөм. Ул саҡта автосервиста эшләп йөрөй инем. Ә хәрби хеҙмәтте Новосибирск өлкәһендә Баш разведка идаралығының махсус тәғәйенләнештәге подразделениеһында үттем. Әле өлөшләтә мобилизация иғлан ителмәһә лә, хәрби әҙерлекле һалдаттарҙың Ватанды һаҡлау өсөн бик кәрәкле буласағын тоя инем. Ни тиһәң дә, хәрби тәжрибәм бар. Ватанды һаҡлау – һәр ир-аттың мөҡәддәс бурысы, тигән һүҙҙәр ҡанға һеңгән. Һуғышҡа барыу уйын түгел, ҡурҡыныс, хәтәр аҙым.

Тик бына атай-әсәйемде ҡайғыға һалмаҫлыҡ, борсомаҫлыҡ итеп нисек күндерергә? Мине йәлләп, илап ҡалыуҙарын һис теләмәйем. Шулай ҙа күҙгә-күҙ ҡарашып хушлашырға батырсылыҡ итмәнем, ғөмүмән, ҡарарым тураһында ни бары ике иптәшем генә белде. Ул көндә “эшкә” тип киттем, ә үҙем тимер юл вокзалында алыҫ сәфәргә китергә торам. Әйтмәй китеүҙең насар ҡылыҡ икәнлеген аңлауҙан үҙемә лә ҡыйын. Шулай ҙа хәбәрҙе әсәйемә еткергәндәр, ул мине оҙатырға вокзалға килеп өлгөрҙө. Атайым телефон аша: “Ярай, улым, шулай ҡарар иткәнһең икән, хуплайым. Еңеү менән ҡайт!” – тип фатихаһын биргәс, тыныс күңел менән поезға ултырҙым. Баш разведка идаралығының Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә тура килде. Мин автоспорт, мотокросс менән шөғөлләнергә яраттым. Снайпер булдым. Һуғыш әллә күпме ҡапма-ҡаршылыҡтарҙан, аҡлы-ҡаралы биттәрҙән тора. Унда ауыр һалдат хеҙмәтенән тыш, тормоштағы кеүек юмор ҙа, ҡыҙыҡлы мәлдәр ҙә булыуы ихтимал, иң ауыры – бер туғанға әүерелгән хеҙмәттәшеңде мәңгелеккә юғалтыу. Ҡорбандарҙың яҡындарына, ата-әсәһенә икеләтә, бишләтә ауыр икәнен белеү ҡайғыны тағы ла тәрәнәйтә. Уларға һәр яҡлап булышыу, уландарының исемен мәңгеләштереү өсөн ярҙам итеү мөһим бөгөн, – ти “Татарин” позывнойлы  Дүртөйлө егете.

Десантсы ҡыйыулығы өсөн “Батырлыҡ өсөн”, Шайморатов миҙалдарына лайыҡ булған. Белогоровка янындағы ҡаты һуғыштарҙа яраланып, контузия алғас, Һамар ҡалаһы госпиталендә дауалана. Әле ҡатыны Лилиә менән  донъя ҡороп, тыныс тормошҡа яраҡлашырға, алдына морат итеп ҡуйған маҡсатының осона сығыу уйы менән йәшәй. Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға инеү өсөн сертификат алыу кисәге һалдаттың алдына тағы ла ҙурыраҡ бурыстар ҡуя.

Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Контракт төҙөүсе хәрбиҙәр  тәүге айҙа 1 720 000 һум күләмендә түләү аласаҡ.

Өфө ҡалаһы контрактниктар өсөн бер тапҡыр бирелеүсе түләүҙе 400 мең һумға тиклем арттырҙы. Стәрлетамаҡ ҡалаһы шулай уҡ контрактниктарға ошо уҡ күләмдә аҡса түләй. Тулыраҡ мәғлүмәтте 122, 8 800 550 5525 телефондары аша, шулай уҡ Башбат.рф сайтында  алып була.

Динә Арыҫланова.

Дүртөйлө районы.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас