Махсус хәрби операция башланғандан алып Башҡортостандың медицина хеҙмәткәрҙәре, төҙөүселәр, юлсылар һәм коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре алғы һыҙыҡҡа, яңы төбәктәргә, шулай уҡ Курск һәм Белгород өлкәләренә тыныс тормошто тергеҙергә ярҙам итә. Аҡ халатлылар иһә госпиталдәрҙә, махсус хәрби операция зонаһында, тылда ярҙам итеүҙе бурыс тип һанай. Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһының профсоюз ойошмаһы етәксеһе, юғары категориялы табип- хирург, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Ирек Сафин да былтыр майҙа ирекмән булып махсус хәрби операция зонаһына юлланды.
“Барыһы ла, бигерәк тә ҡатыным был ҡарарҙы ҡабул иткәндә терәк булды”, - ти ул. Быйыл Башҡортостан Хирургтар ассоциацияһы уны “Ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында ҡаһарман һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн” билдәһе менән наградланы.
Әйткәндәй, республикабыҙ медицина бригадалары составында балалар табиптары, психологтар, психитарҙар һәм башҡалар күп.
Башҡортостан табиптарын Донбасста хөрмәт итәләр. Йыш ҡына улар, ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйһа ла, өйҙәренә ҡайтырға ашыҡмай, мохтаждарға ярҙам итеүен дауам итә. Республикабыҙҙа барлыҡҡа килгән медицина ротаһы составында табиптар, фельдшерҙар, шәфҡәт туташтары, водителдәр бар. Мәҫәлән, Иглин районынан медицина взводы командиры “Космос” кеше ғүмерҙәрен ҡотҡара. Һөнәре буйынса ул – табип-хирург. Ул 2022 йылдың июлендә махсус хәрби операция зонаһында хәрби хеҙмәт үтеү өсөн килешеү төҙөгән.
БЕЛЕШМӘ
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.
Өфөлә "Төньяҡ амурҙары" исеме аҫтында граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты эшләй башланы. Хәҙер РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәргә белешмәләр йыйыу һәм медицина тикшереүе үтеү өсөн төрлө адрестар буйынса йөрөргә кәрәкмәй: быларҙың барыһын да бер урында һәм тәүлек эсендә эшләргә мөмкин.
Пунктты Өфө, Элеватор урамы, 15-се йорт адресы буйынса урынлашҡан "Черемушки" һауыҡтырыу шифаханаһы базаһында астылар. Ул ҡалаға көньяҡтан ингән ерҙә, Тирмән комбинаты районында урынлашҡан. Үҙәккә Башҡортостандан да, башҡа төбәктәрҙән дә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләгән 18 - 65 йәшлек ир-егеттәр мөрәжәғәт итә ала. Уларҙың теркәлеү урыны иҫәпкә алынмай. Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет, ғаиләгеҙ, белемегеҙ тураһында документтар, СНИЛС һәм ИНН алырға кәрәк.
Үҙәктә хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре, табиптар һәм банк вәкилдәре эшләй. Кандидаттарҙың мөмкин тиклем тиҙерәк медицина комиссияһын үтеү, анализдар тапшырыу, документтарын тәртипкә килтереү, кәрәк булғанда "Мир" банк картаһын алыу мөмкинлеге бар. Тап ошо картаға бер тапҡыр бирелә торған түләү һәм эш хаҡы киләсәк. Шулай уҡ бында төндө үткәреү өсөн урын, өс тапҡыр ашатыу ҡаралған. Былар барыһы ла бушлай. Үҙәктән граждандар хәрби командалар составында шунда уҡ хеҙмәт урынына юллана.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгәндәргә Өфө ҡалаһы бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү күләмен 300 меңдән 400 мең һумға тиклем арттырҙы. Стәрлетамаҡтар ҙа контрактсыларға ошо сумманы түләйәсәк. Шулай итеп, эш хаҡын иҫәпкә алғанда, түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 3 825 000 һум тәшкил итәсәк.
Башҡортостан контракт хеҙмәте тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтында йәки Ситуация үҙәгендә +7 (347) 218-19-19 телефоны буйынса алырға мөмкин. Шулай уҡ 122 йәки 8 800 550 5525 телефондарына шылтырата алаһығыҙ.