“Ватанды яҡлаусылар” фонды инвалидлыҡ алған яугир-ветерандарҙың йорттарын йәшәү өсөн уңайлыраҡ итеүҙә, “аҡыллы йорт” системаһы менән йыһазландырыуҙа ҙур эштәр башҡара.
Иҫке Балтас ауылында йәшәгән, мобилизацияланғандан һуң ут менән ярҙам итеү взводының отделение командиры булып хеҙмәт иткән Илмир Фәррәховтың йортонда махсус комиссия эшләне. Уның составында Фонд филиалының инвалидтар менән эшләү секторы социаль координаторы Эльмира Егорова, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү Башҡортостан республика үҙәге “ коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошма директоры урынбаҫары Ирек Зарипов, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Вячеслав Миних та бар ине, тип яҙа “Балтач таңнары”.
“Аҡыллы йорт” системаһы көнкүреште еңеләйтә һәм ветерандарҙың тормошон уңайлырыаҡ итә. Заманса автомат яйланмалар, идара үҙәге, колонка, һүндергестәр, розеткалар барлыҡҡа килә. Пандустар, күсмә йыуынғыстар, күп функциялы карауаттар, боролмалы көҙгөләр, робот саң һурғыстар, ашарға әҙерләү өсөн яйланмалар һәм башҡа бик күп “ярҙамсылар” бар. Программа терәк- хәрәкәт функциялары, күреү, ишетеү һәм башҡа проблемалары булған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн тәғәйенләнгән. Ике бала атаһы Илмир Ферзат улы Фәррәхов әле протез ярҙамында хәрәкәтләнә. МХО ветеранының шәхси йортондағы мөмкинлектәр менән район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев, инвалидтар ойошмаһы рәйесе Рифат Сафин да ҡатнашты. “Аҡыллы йорт” өс этапта башҡарыла. Яугир йәшәгән йорттоң ҡапҡа, ишектәр киңлеге үлсәнде, башҡа уңайлыҡтар барланды. Артабан документтар әҙерләнеп, Мәскәүгә ебәреләсәк. Аҙаҡ бөтә яйланмалар йортҡа килтереп урынлаштырыласаҡ. Бар эштәр ҙә бушлай башҡарыла.
Йорт хужаһы ҡул ҡаушырып тик ята торғандарҙан түгел. Үҙ аҡсаһына “Беларус” тракторы һатып алған. Уға үҙе идара итә. Ирек Айрат улы “Фермер мәктәбе” программаһында ҡатнашыу мөмкинлеген аңлатты. Вячеслав Александрович “аҡыллы йорт” системаһы буйынса ниндәй уңайлыҡтар кәрәклеген һорашты.
Эльза һәм Илмир Фәррәховтар йәшәү дәртен һүндермәй, тормошто биҙәп йәшәргә тырыша. Радмир һәм Әмир исемле улдар үҫтерәләр.
Махсус хәрби операция егеттәребеҙҙе ныҡ һынаны,әммә уларҙың рухын һындара алманы. Район һәм республика етәкселеге уларҙың тормошо, нимәгә мохтажлығы менән даими ҡыҙыҡһынып тора һәм ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙер.
Гүзәл Бухина, Лилия Хөсәйенова һәм Аида Хәйретдинова фотолары.