Благовар районының Яныш ауылы ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына күстәнәс әҙерләне. Улар Тәскирә Хәкимованың йортона күмәкләп йыйылып, туҡмас ҡырҡырға булды. Ауыл халҡы электән үк берҙәмлектәре, хеҙмәт һөйөүсәнлектәре менән айырыла.
Махсус хәрби операция башланғандың тәүге көндәренән үк яныштар яугирҙәргә гуманитар йөк туплауҙа ярҙам итә. Ҡатын-ҡыҙҙар күстәнәстәрен күңел йылыһын ҡушып, изге теләктәрен теләп әҙерләй.Яҡташтарҙың тәмле туҡмасы тыуған яҡты хәтерләтеп, яугирҙәргә көс-дәрт бирһен.
Фото: https://vk.com/blagovar02