Дәүләкән районының Романовка ауылы мәктәбе уҡыусылары уҡытыусылары һәм белем усағы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәребеҙгә блиндаж шәмдәре әҙерләгән. Бер нисә сәғәткә булһа ла, улар ҡараңғы блиндаждарҙа яҡтылыҡ һәм йылылыҡ сығанағы булып хеҙмәт итәсәк. Иң ауыр ваҡыттарында һалдаттарҙың күңелен йылытһын, тип теләй дәүләкәндәр.
“Һәр шәмде ҡулға алғанда, беҙ яугир яҡташтарыбыҙ тураһында уйлайбыҙ. Аҙ ғына булһа ла ярҙамыбыҙ тейә икән, тимәк, беҙҙең эш юҡҡа түгел”, – ти улар.
Сығанаҡ, фотолар: Бала саҡ навигаторҙары/Дәүләкән районы.