Геройҙар дәүере
4 Ғинуар 2025, 01:00

Һеҙҙең ярҙам - яугирҙәргә Яңы йыл бүләге буласаҡ

Бөгөн беҙ тик бергә һәм берҙәм булғанда ғына Еңеүгә, егеттәрбеҙҙе тиҙерәк ҡайтарыуға өлгәшәсәкбеҙ. Дрондар йыйыу өсөн дә матди ярҙам кәрәк.

Һеҙҙең ярҙам - яугирҙәргә Яңы йыл бүләге буласаҡҺеҙҙең ярҙам - яугирҙәргә Яңы йыл бүләге буласаҡ
Һеҙҙең ярҙам - яугирҙәргә Яңы йыл бүләге буласаҡ

Белорет ҡалаһында шәхси эшҡыуар Данис Йыһаншиндың махсус хәрби операцияла егеттәребеҙгә һыу һәм һауа кеүек кәрәк булған, улар һораған дрондарҙы етештереүҙе ойоштороуы тураһында яҙғайныҡ инде. “Ҡошсоҡтарҙы” етештереү өсөн аҡсаны халыҡ йыйҙы, шулай уҡ Данис Сәйетмырҙа улы сығымдар өсөн аҡсаһын үҙе күпләп һала. Тәүге партияны алып барып тапшырҙылар.

Әле яңы партияны етештерәләр һәм бының өсөн тағы ла матди ярҙам талап ителә. Данис Йыһаншин ошо хаҡта “Бәйләнештә” социаль селтәрҙендәге сәхифәһендә яҙҙы:

“Яңы – 2025 йыл менән, ҡәҙерле дуҫтар! Ул беҙгә күптән көтөлгән Еңеүҙе алып килһен! Геройҙарыбыҙ өсөн Яңы йыл бүләктәре – “Бөркөт”тәрҙең яңы партияһын әҙерләйбеҙ. Әйҙәгеҙ иғтибарлыраҡ туҡталайыҡ – 50 дрон етештерәбеҙ, улар араһында камикадзе дрондар, төндә күрә торған камералары һәм тепловизоры булған моделдәр, ташлай торған дрондар, 10-лап 10 дюймлы модель.

Был дрондарҙың бер өлөшө 10 ғинуарҙа “Башҡортостан” полкына оҙатыла. Подразделение менән туранан-тура эшләп, техникабыҙҙы даими камиллаштырабыҙ.

Мөһим яңыртыу – дошмандың радиоэлектрон сараларҙы асыҡлауҙы көсәйтеүе сәбәпле йышлыҡтарын үҙгәртергә тура килә. Өҫтәмә сығымдар 77 000 һум тәшкил итә.

Һеҙҙең ярҙамығыҙ – беҙҙең көсөбөҙ. Был мөһим эштә ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт! Яңы йылда еңеүҙе бөтә көсөбөҙ менән яҡынайтыу эшен дауам итәсәкбеҙ.

Һеҙҙеңсә, хәҙер фронтта ниндәй дрон төрө иң кәрәклеһе? Нисек ярҙам итергә?

Финанс яҡтан: Һаҡлыҡ Банкы картаһы 4279060015596729

- Түләүҙең тәғәйенләнеше: “Поддерживаю своих”;

 - Мәғлүмәтте таратығыҙ: беҙҙең башланғысыбыҙ тураһында дуҫтарығыҙға һөйләгеҙ!

Байрамдарҙа беҙ ял итәбеҙ, әммә алғы һыҙыҡта булғандарҙы онотмайбыҙ. Һеҙҙең ярҙамығыҙ –уларға иң яҡшы бүләк.

Һәр берегеҙ менән ғорурланам! Беҙ бергә  – көс! Яңы йыл менән! Еңеүебеҙгә ышанабыҙ!”

Хөрмәтле дуҫтар, күмәкләгән яу ҡайтарған, ти халыҡ мәҡәле. Бөгөн беҙ тик бергә һәм берҙәм булғанда ғына Еңеүгә, егеттәрбеҙҙе тиҙерәк ҡайтарыуға өлгәшәсәкбеҙ. Дрондар йыйыу өсөн дә матди ярҙам кәрәк. Һеҙҙән килгән 100, 500, 1000 һум аҡса ҙур ярҙам буласаҡ.

Фото: vk.com/danis_yaganshin.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас