Геройҙар дәүере
9 Ғинуар 2025, 09:00

«Ауыр, ләкин бирешмәйбеҙ», – тине «Бай»

Яугир Авдеевка өсөн алыштарҙың береһендә ҡамауға һәм ут аҫтына эләгеп, мөғжизә менән иҫән ҡалған.

«Ауыр, ләкин бирешмәйбеҙ», – тине «Бай»«Ауыр, ләкин бирешмәйбеҙ», – тине «Бай»
«Ауыр, ләкин бирешмәйбеҙ», – тине «Бай»

Махсус хәрби операциянан батырҙар әленән-әле ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайталар.  Улар араһында Мәмбәт ауылынан «Бай» позывнойлы яугир ҙа бар. Өйҙә уны кәләше Резеда, ҡыҙы һәм улы ҡыуанып ҡаршы алды. Яҡташыбыҙҙың отпускыһы туғандар менән осрашып, ҡунаҡҡа йөрөп, дуҫтар менән күрешеп үтә. Хәҙер ул йәнә үҙ хеҙмәттәштәре эргәһенә юлланды.

Сибайҙа сәнғәт училищеһында уҡыған ваҡытта егетте әрмегә саҡыралар һәм ул ракета ғәскәрҙәре һәм артиллерия сафында миномётсы булып намыҫлы хеҙмәт итә. Ҡайтҡас иретеп-йәбештереүсе һөнәрен үҙләштереп, вахта ысулы менән Себерҙә тейәгес машинаһының водителе булып эшләй.

Махсус хәрби операция башланғас, етди ҡарарға килеп, үҙ теләге менән контракт буйынса хеҙмәткә алына. Әлеге ваҡытта ул миномёттың өлкән наводчигы булып хеҙмәт итә.

«Контракт төҙөргәме-юҡмы тигән ҡарарҙы һәр кем үҙ аллы ҡабул итергә тейеш. Әгәр МХО-ға барырға теләк булһа, физик яҡтан да, рухи яҡтан да бихисап һынауҙарға ныҡ әҙер булырға кәрәк. Үҙем уҙған йылдың декабрендә Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәйнем. Мин хеҙмәт иткән батареяла райондаштарым юҡ, Әбйәлил районынан дуҫ егет бар. Уның менән бергә әллә күпме утты-һыуҙы кистек, Авдеевка өсөн алыштарҙың береһендә ҡамауға эләгеп, төркөмдән икебеҙ генә имен-аман ҡалдыҡ, күптәр яраланды йә һәләк булды. Биш көн буйы ашарға аҙыҡ, эсергә һыу булманы. Көндөҙ ямғыр ҡатыш ҡар яуһа, төндә туңдыра ине. Алтынсы көндә тирә-яҡты томан ҡаплап, ул беҙҙе ҡотҡарҙы. Дрондар “күрмәгәндә” беҙ ҡамауҙан сыға алдыҡ һәм тәүлек ярым үткәс үҙебеҙҙекеләргә килеп еттек, улар беренсе ярҙам күрһәтте», – тип башланы әңгәмәне яугир.

Үҫмер саҡтан мотоциклда йөрөргә өйрәнгән егеткә ике тәгәрмәсле “тимер ат”ты ышанып тапшыралар. Үҙ аҡсаларына һатып алынған ҡиммәтле спорт мотоциклы менән яугир алғы һыҙыҡта боеприпастар ташыған.

«Бөтә хәрби заданиелар ҙа хәүефле. Ҡурҡыу тойғоһо булһа ла, тәү сиратта ғаиләңде, Тыуған ил алдындағы бурыс барлығын иҫкә төшөрөп, бар ихтыярыңды бер йоҙроҡҡа төйөп, ут аҫтында тотолған алғы һыҙыҡҡа сығабыҙ. Бер нисә тапҡыр яраланып, өс контузия алдым. Мотоцикл менән хәрби задание үтәгәндә минең яғыма артиллерия менән дә һөжүм иттеләр, пулемётсылар ҙа аттылар. Базаға килеп еткән ерҙә генә артымдан эҙәрлекләгән дрон снаряд ташлап, ауыр йәрәхәттәр алдым», – тип һөйләне яҡташыбыҙ.

«Бай» хеҙмәт иткән подразделениела хәрби тәртип булдырылған, яугирҙарыбыҙ иһә, һәр ваҡыттағыса, бер-береһенә ярҙам итеп, туғандай булып, ҡулдан килгәнсә бер-береһен һаҡлап-ҡурсалап хеҙмәт итә. Украинала нацистарға, дошмандарға, уларҙың баштан аяҡ ҡоралланған хәрби көстәренә ҡаршы көрәштә ғүмерен аямай көрәшә улар. Эйе, ҡайһы ғына яҡташыбыҙҙы алма, улар берҙәмлектә көс булыуын онотмай. Командирҙар ҙа Башҡортостан егеттәренең ҡыйыулығына, берҙәмлегенә һоҡлана. Беҙҙең һалдаттар иһә тылдағыларҙың ярҙамын да  тоя.

«Әлеге ваҡытта хәрби лагерҙа ашханала яҡшы туҡланыу ойошторолған. Хәйбулланан посылка ебәрҙеләр, гуманитар ярҙам ебәреүселәргә оло рәхмәтемде белдерәм. Әлбиттәр алғы һыҙыҡта хәлдәр төрлөсә була. Махсус хәрби операция биләмәһендә беҙҙең егеттәр – ысын геройҙар. Улар илебеҙ өсөн генә түгел, һәр беребеҙ өсөн көрәшә. Һуғыш уйын түгел. Ауыр, ләкин бирешмәйбеҙ», – тине «Бай».

Яугир барлыҡ ватандаштарыбыҙ кеүек донъяның тыныс, ил күгенең аяҙ булыуын теләй. Беҙ ҙә уға ҡушылып иң изге теләктәребеҙҙе генә юллайбыҙ һәм барлыҡ яҡташтарыбыҙҙың имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Автор:Раян Атанбаев
БЕЛЕШМӘ:

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.

Өфөлә "Төнъяҡ амурҙары" исеме аҫтында граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты эшләй башланы. Хәҙер РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәргә белешмәләр йыйыу һәм медицина тикшереүе үтеү өсөн төрлө адрестар буйынса йөрөргә кәрәкмәй: быларҙың барыһын да бер урында һәм тәүлек эсендә эшләргә мөмкин.

Пунктты Өфө, Элеватор урамы, 15-се йорт адресы буйынса урынлашҡан "Черемушки" һауыҡтырыу шифаханаһы базаһында астылар. Ул  ҡалаға көньяҡтан ингән ерҙә, Тирмән комбинаты районында урынлашҡан. Үҙәккә Башҡортостандан да, башҡа төбәктәрҙән дә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләгән 18-65 йәшлек ир-егеттәр мөрәжәғәт итә ала. Уларҙың теркәлеү урыны иҫәпкә алынмай.Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет, ғаиләгеҙ, белемегеҙ тураһында документтар, СНИЛС һәм ИНН алырға кәрәк.

Үҙәктә хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре, табиптар һәм банк вәкилдәре эшләй. Кандидаттарҙың мөмкин тиклем тиҙерәк медицина комиссияһын үтеү, анализдар тапшырыу, документтарын тәртипкә килтереү, кәрәк булғанда "Мир" банк картаһын алыу мөмкинлеге бар. Тап ошо картаға бер тапҡыр бирелә торған түләү һәм эш хаҡы киләсәк. Шулай уҡ бында төндө үткәреү өсөн номерҙар фонды, өс тапҡыр ашатыу хеҙмәте ҡаралған. Былар барыһы ла бушлай. Үҙәктән граждандар хәрби командалар составында шунда уҡ хеҙмәт урынына китә.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгәндәргә Өфө ҡалаһы бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү күләмен 300 меңдән 400 мең һумға тиклем арттырҙы. Стәрлетамаҡтар ҙа контрактсыларға ошо сумманы түләйәсәк. Шулай итеп, эш хаҡын иҫәпкә алғанда, түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 3 825 000 һум тәшкил итәсәк.

Башҡортостан контракт хеҙмәте тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтында йәки Ситуация үҙәгендә +7 (347) 218-19-19 телефоны буйынса алырға мөмкин. Шулай уҡ 122 йәки 8 800 550 5525 телефондарына шылтырата алаһығыҙ.

 

 
Автор:Карима Усманова
Читайте нас