Геройҙар дәүере
10 Ғинуар 2025, 14:00

Яугир ғаиләһендә игеҙәктәр тыуған

Улар был бәхетле ғаиләлә дүрт һәм бишенсе сабыйҙар. Атайҙарына тиҙерәк иҫән-һау балалары янына ҡайтырға насип булһын. 

Яугир ғаиләһендә игеҙәктәр тыуғанЯугир ғаиләһендә игеҙәктәр тыуған
Яугир ғаиләһендә игеҙәктәр тыуған

Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡыуаныслы яңылығы менән уртаҡлашҡан.

"2025 йылдың беренсе эш көнөндә шатлыҡлы хәбәр! МХО яугиренең ғаиләһендә ике сабый донъяға килгән. Улар - Валентина һәм Сергей Колбинëвтарҙың дүртенсе һәм бишенсе балалары.

Колбинëвтарҙы ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, бәхет, яугирҙең тиҙерәк Еңеү менән ҡайтыуын теләйбеҙ", - тип яҙған район башлығы.

Сабыйҙар аталы-әсәле булып үҫһен!

Сығанаҡ: Башҡортостаным. Яңылыҡтар

Автор:Карима Усманова
Читайте нас