Яу яланында ла осраҡлы хәлдәр булғылай шул. Күптән түгел Баймаҡ районының Күсей ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә гуманитар ярҙам оҙата. Мәктәп уҡыусылары Ватанды һаҡлаусы яугир ағайҙарына хаттар яҙа.
Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғолов исемен йөрөткән белем усағының 6-сы класс уҡыусыһы Игибаева Асияның хатын "Хан" позывнойлы яугиребеҙ алып, бик ныҡ ҡыуанған. Әйткәндәй, "Хан" позывнойлы яугир ҙә Күсей ауылынан. Яугир үҙе лә Асияға яуап итеп, һеңлеһе аша Яңы йыл күстәнәсе ебәргән.
Күгебеҙ аяҙ, зәңгәр булһын! Һуғыштар туҡтаһын! Яугирҙәребеҙ барыһы ла тыуған ерҙәренә имен һау әйләнеп ҡайтһындар!
Фото һәм сығанаҡ: "Күсейҙәр" төркөмөнән