Был хаҡта БР -ның атҡаҙанған уҡытыусыһы Әлнисә Кәримова хәбәр итә.
"3- сө һанлы республика полилингваль күп профилле Сибай гимназия-интернаты хеҙмәткәрҙәре һәр береһе өйҙәренән ит алып килеп, ашнаҡсылар итте быҡтырып, банкаларға тултырҙылар. Барлығы 140 банка булды, улар махсус хәрби операцияла булған яугирҙәргә әҙерләнде. Аҙаҡ ашнаксыларыбыҙ аш яраштырып, мулла саҡырып, доғалар ҡылып, аят ашы ашаныҡ. Арабыҙҙа кемдәрҙеңдер улдары, кемдәрҙеңдер туғандары тыуған ил өсөн Украина ерендә көрәшә. Беҙҙең ризыҡтарҙы һалдаттар алып ҡыуанһын, уҡыған доғаларыбыҙ, теләгән теләктәребеҙ ҡабул булып һалдаттарыбыҙ еңеү яулап тыуған яҡтарына, туғандарына, яҡындарына иҫән -һау ҡайтып ҡыуандырһындар. Доғалы аш, сауаплы эштән һәр кем оло ҡәнәғәтлек алып ҡайтты. Ошондай изге эшкә фатиха биргән гимназиябыҙ директоры Нияз Ғибәҙәт улы Мөхәмәтовҡа сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, изге эштә әүҙем ҡатнашҡан бар хеҙмәткәрҙәргә, оҫта итеп әҙерләгән ашнаҡсыларға ҙур рәхмәт белдерҙек", - ти Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы.
Тиҙерәк илдә тыныслыҡ урынлашһын, быҡтырылған иттәр яугирҙәрҙең ризыҡтарын яҙһын!
Фото һәм сығанаҡ: Әлнисә Кәримова