Геройҙар дәүере
14 Ғинуар 2025, 09:00

Оҙаҡ яна, төтәмәй...

Ә эш мәшәҡәтле генә, күп ваҡыт талап итә.

Оҙаҡ яна, төтәмәй...Оҙаҡ яна, төтәмәй...
Оҙаҡ яна, төтәмәй...

Бүздәк районының Иҫке Бағаҙы ауылы мәктәбе уҡыусылары алғы һыҙыҡтағы һалдаттарға окоп шәмдәре әҙерләүгә әүҙем тотондо. Уҡытыусылар һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре  уларҙың эшен ойошторорға ярҙам итә. Балалар был эштең мөһимлеген яҡшы аңлай һәм шуға күрә уны ҙур теләк менән башҡара. Ә эш мәшәҡәтле генә, күп ваҡыт талап итә.

–Районыбыҙҙың ил тормошона битараф булмаған халҡы  беҙҙең именлек хаҡына ғүмерҙәрен көн һайын  хәүеф аҫтына ҡуйып көрәшкән  яугирҙәргә ярҙам итергә тырыша. Уҡыусылар ҙа был эштән ситтә ҡалмай. Бары уларҙы йәлеп итергә генә кәрәк. Окоп шәмдәре яугирҙәр өсөн бик мөһим. Бындай шәмдәр аҙ урын биләй, оҙаҡ яна, төтәмәй тиерлек, – ти Арыҫлан ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Дамира Ҡотоева.

Әҙер окоп шәмдәрен алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә оҙатасаҡтар. Уҡыусылар был эште артабан да дауам итәсәк.

 Фото: https://buzdyaknews.ru/news/zhizn-rayona/2025-01-12/teplo-boytsam-iz-detskih-ruk-4079917?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=175536108

 

Оҙаҡ яна, төтәмәй...
Оҙаҡ яна, төтәмәй...
Оҙаҡ яна, төтәмәй...
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас