Геройҙар дәүере
15 Ғинуар 2025, 15:00

Артур Хәсәнов ялға ҡайтҡан

Ул "Кейек ҡаҙ юлдары"н йырлап махсус хәрби операцияға юлланған ине. Уның ҙур шатлығы ла бар. Ҡотлайбыҙ!

Артур Хәсәнов ялға ҡайтҡанАртур Хәсәнов ялға ҡайтҡан
Артур Хәсәнов ялға ҡайтҡан

Өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, әле МХО-ла булған, "Кейек ҡаҙ юлдары" йырын башҡарып танылыу алған Артур Хәсәнов ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып, ике аҙна яҡындары янында булған. Туғандары менән Яңы йылды бергә ҡаршылаған. Ижадташ дуҫы, йырсы Гүзәл Аҫылбаева янына барған.

Яҡташыбыҙҙың йәнә бер шатлыҡлы яңылығы бар - уға ошо көндәрҙә йырсы егеткә хәрби бүләк тапшырылған. Ул дүртенсе дәрәжә Изге Георгий орденына лайыҡ булған. 

IV дәрәҗә Изге Георгий ордены менән хәрби хәрәкәттәр ваҡытында күрһәткән шәхси батырлыҡтары һәм юғары хәрби оҫталыҡ күрһәткән өсөн кесе офицерҙарҙы бүләкләйҙәр.

Илеш районы егете Артур Хәсәнов 2022 йылда махсус хәрби операцияға мобилизацияланып, хәрби йыйында саҡта "Кейек ҡаҙ юлдары" йырын башҡарҙы һәм бөтә халыҡтың һөйөүен яуланы.

Тиҙерәк һуғыш тамамланып, һәр яугиргә иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға яҙһын!

Фото: телеграм

Артур Хәсәнов ялға ҡайтҡан
Артур Хәсәнов ялға ҡайтҡан
Автор:Карима Усманова
Читайте нас