Йылмайып-көлөп торған был егетте күреп, махсус хәрби операцияла барған хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан, тип уйламаҫһың да.
Яуҙа алғы һыҙыҡта иң ауыры һәм хәүефлеһе үҙҙәренең ҡаһарманлығы менән фронт һыҙығын алға күсергән штурмлаусыларға йөкмәтелгән. Гәзитебеҙҙең бөгөнгө геройы - “Бейеүсе” ҡушаматлы яугир Донбасс һәм Новороссияны азат итеүҙә ҡатнашҡан.
“Махсус хәрби операция башланғас, 2022 йылдың майында үҙем теләп контракт төҙөнөм. Бер аҙнанан алғы һыҙыҡта инем инде. Әрмелә диңгеҙ пехотаһындағы хеҙмәт тәжрибәһе булһа ла, штурм отрядында кисергәндәрем менән сағыштырырлыҡ түгел. Төньяҡ Донец йылғаһы аша сыҡҡандағы тәүҙе юғалтыуҙарҙы иҫкә алыуы ауыр”, - ти ул.
Яугир үҙе азат иткән һәр тораҡ пунктты яттан белә. Уның әйтеүенсә, ҡалаға ҡарағанда бәләкәй ауылдарҙы алыу ауырыраҡ булған. Ҡыҙыл Лиман, Лисичанск ҡалаларын, Торское, Яровая ауылдарын алғанда һәр урам, һәр йорт өсөн ҡаты көрәштәрҙең береһендә бишәүләп 17 дошманды әсир төшөрәләр. Ҡаһарманлығы өсөн “Бейеүсе” “Батырлыҡ өсөн“ миҙалына лайыҡ.
Командирҙар составындағы юғалтыуҙар рядовой яугирҙәрҙе командир итеп тәғәйенләргә мәжбүр итә. 25 йәшлек егетте лә штурмлау төркөмө командиры итеп ҡуялар. Яраланғанға тиклем ике алышта ул командалыҡ итә, әйтергә кәрәк, был яуҙарҙа яугирҙәр араһында юғалтыу булмай.
2022 йылдың 18 июнендә Золотаревка ауылын азат итеү өсөн барған алыш уның хәтерендә ныҡ уйылып ҡалған. Дошман тораҡ пунктта засада ойошторған була. Командир булараҡ алдан барған “Бейеүсе” ҡаты яралана, шартлау тулҡыны уны ауыл йортоноң подвалына алып ташлай. Бәхеткә, унда булған һалдаттар аңын юғалтҡан һалдаттың яраларын бәйләп, госпиталгә алып барып еткерә. Унда ла бандеровсылар яралылар дауаланған бинаны утҡа тота. “Йөрөй алғандар һаҡланыу биналарына йәшеренә, ә минең кеүек йөрөй алмағандар Аллаһ Тәғәләгә һыйына инек”, - ти “Бейеүсе”. Йәш егет юғары көстөң барлығына ышана, бар һынауҙарҙы еңеп сығырға көсөн биргәнен дә аңлай.
Әңгәмәләшкән ваҡытта ҡушаматтың сығышын һорайым. “Бейеүсе” исемен уға дуҫтары биргән, ысынында иһә сәхнәлә бер ҙә сығыш яһамаған. “Бейеү тураһында хыял итергә бер аҙ иртәрәк, аяҡтағы яралар оҙаҡ төҙәлә”, - ти ул. Яугирҙең контракты күптән тамамланған, әммә ул дауаланыуын дауам итә. Яуҙа дүрт тапҡыр үлемдән ҡотолған егеттең тыныс тормошҡа ҡайтыуы еңелдән бирелмәй: урман һыҙатында дошман квадракоптеры күреп ҡалмаһын, артиллерияға координаттарҙы ебәрмәһен өсөн ҡыбырламай ятҡандары хәтергә ныҡ уйылып ҡалған.
Яугир бөгөн дәүләт органдарының ярҙамын тойоп йәшәй. Ҡала предприятиеларының береһенә эшкә урынлашҡан. Ҡан ҡойошло алыш күренештәре яйлап үткәндәргә күсә. Хәрби заданиеларҙы батырҙарса үтәгәне өсөн “Бейеүсе” Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ҡала мәҙәниәт һарайының сәхнәһендә Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең Юғары баш командующийының Рәхмәт хаты тапшырылыуын ғорурлыҡ менән һөйләй.
“Мин үҙебеҙҙең армияға, илебеҙгә ышанам! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!” - Алғы һыҙыҡтағы егеттәр хаҡында, үҙе кисергәндәрен һөйләгәндә, бөгөнгә беҙҙең тыныс тормошто яҡлап, ғүмерен аямаған яугир әңгәмәне ошондай һүҙҙәр менән тамамланы.