"Технолог" – “Башҡортостан” полкы составындағы икенсе батальондың тәьминәт взводы командиры. Сығышы менән Баймаҡ районынан. Әйткәндәй, был төбәктән ошондай Ирәндек бөркөттәре байтаҡ бында, ул - шуларҙың береһе. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыуына икенсе йыл, йәғни 2023 йылдың июнендә хәрби контракт төҙөп, ил именлеген һаҡлауға юлланған. Башта ашнаҡсы булып хеҙмәт итә, артабан әлеге вазифаға тәғәйенләнә.
Яугир “Технолог” тигән позывнойҙы тиккә алмаған: ул тыныс тормошта ошо һөнәр буйынса юғары белемгә эйә булып, ауыл хужалығы продукцияларын эшкәртеү тармағында хеҙмәт итә. Силәбе өлкәһенең Агапов районында ит эшкәртеү предприятиеһында белгес, Магнитогорск ҡалаһында һыра етештереү буйынса технолог булараҡ тәжрибә туплаған.
– Эш хаҡым насар түгел ине. Ғаиләм, өс балам бар. Был йәһәттән барыһы ла яҡшы. Шулай ҙа махсус хәрби операция башланыу менән контракт төҙөү тураһында уй тыуҙы. Ғаиләм нисек ҡабул итер, аңларҙармы тип икеләндем. Кемгәлер яңғырауыҡлы һүҙҙәр кеүек ҡабул ителер, әммә илде ир-егеттәр һаҡларға тейеш бит, тигән уй тынғылыҡ бирмәне. Ныҡлы ҡарар ҡабул иткәндән һуң да ғаиләмә әйтә алманым, уларҙы борсорға теләмәнем, шуға күрә вахта ысулы менән эшкә барам тип юлландым. Хәрби уҡыуҙар үткәс кенә ысынын хәбәр иттем, – ти “Технолог”.
Взвод командирының ҡул аҫтында – 21 яугир. Уларҙың бурысы – алғы һыҙыҡтағы иптәштәрен аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү. “Технолог” егеттәре тураһында ҙур ғорурлыҡ менән һөйләне.
– Һәр береһе тураһында тик маҡтау һүҙҙәре генә әйтә алам. Мәҫәлән, “Әлшәй” тигән позывнойлы водитель егет бер осраҡта ла ҡурҡып ҡалмай. Алғы һыҙыҡҡа аҙыҡ-түлек илткән мәлдә ике тапҡыр машинаһы янды, шөкөр, үҙе иҫән-аман ҡалды. “Соболь” һәм “Дядя” тигән яугирҙәр ҙә дрондар һөжүменә эләкте. Тәүгеһе яраланды, уны госпиталгә оҙаттыҡ, икенсеһе ҡыҫҡа ваҡытлы ялға юлланды. Иң йәш яугиремә – 27 йәш. Шул тиклем ҡыйыу, батыр егет, алғы һыҙыҡҡа барам тип атлығып тора, – тип һөйләне взвод командиры.
Ул үҙе лә былтыр “кассета” һөжүменә эләккән. Юғалып ҡалмай, оҫта эш итеп, үҙен генә түгел, эргәһендәге иптәштәрен дә һаҡлап алып ҡалған.
“Технолог” взводтың бер ғаилә кеүек хеҙмәт итеүен, үҙ-ара дуҫ-татыу булыуын айырыуса билдәләне. “Бер-беребеҙҙе һүҙһеҙ аңлайбыҙ, һәр сетерекле хәлде кәңәшләшеп хәл итәбеҙ. Эште, бурыстарҙы “һинеке, минеке” тип бүлешеп тормайбыҙ. “Берәү – бөтәһе өсөн, бөтәһе – берәү өсөн” тигән девиз буйынса йәшәйбеҙ”, – ти ул.
Взводта Башҡортостандың Әлшәй, Йылайыр, Ҡырмыҫҡалы райондарынан егеттәр йыйылған, хатта Пермь крайынан да бар. Яугирҙәр алғы һыҙыҡҡа кәрәкле йөктө илткәндән һуң ҡайһы берҙә, командирҙарҙың һорауы буйынса, яралыларҙы алып ҡайта. Эвакуация эштәре өсөн “Айыу” һәм “Һеләүһен” позывнойлы яугирҙәр яуаплы. Береһенә – 41, икенсеһенә – 39 йәш. Көҙгөһөн улар ҙа “камикадзе” һөжүменә эләгеп, контузия алған. Егеттәр әле лә ошо хәүефле лә, яуаплы ла хеҙмәтте намыҫ менән башҡара. “Йылдан ашыу эвакуация менән шөғөлләнеү барышында оҫтарып, таһылланып бөттөләр, үҙ эштәрен белеп, намыҫлы башҡаралар. Яралы иптәштәрен яу яланынан сығарыу өсөн бер нимә менән дә иҫәпләшмәйҙәр”, – ти взвод командиры.
Ҡалтасы районынан “Фаза” тигән позывнойлы яугир тураһында ла ҙур ғорурлыҡ менән һөйләне “Технолог”. Беҙ барғанда ул яраланыу сәбәпле госпиталдә ята ине. “Фаза” иркенән мәхрүм ителгән була һәм, колонияла саҡта хәрби контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға юллана. Башта штурмлаусылар отрядында хеҙмәт итә. Ауыр яра алыу сәбәпле демобилизациялана, әммә сәләмәтлеге бер аҙ рәтләнеү менән яңынан контракт төҙөп, тағы ил именлеге һағына баҫа. “Күпте күргән, күпте кисергән ир уҙаманы. Һөжүм итеүселәр отрядында хеҙмәт иткән саҡтарын һөйләй, күңеле менән һаман шунда – алғы һыҙыҡҡа тартыла”, – тине уның хаҡында командиры.
Һуғыш шарттарында водителдәргә төрлө тороштағы юлдарҙан йөрөргә, сетерекле хәлдәрҙән сығыу ысулдарын табырға тура килә. “Бында бик ҙур тәжрибәгә, оҫталыҡҡа эйә булаһың. Бер үк мәлдә өҫкә лә, алға ла, ян-яҡҡа ла ҡарарға, хәл-торошто даими күҙәтеү аҫтында тоторға тура килә”, – ти егеттәр.
– 2023 йылдың 26 авгусында командир, водитель һәм мин өсәүләп алғы һыҙыҡҡа юлландыҡ. Водителебеҙ ҡапыл тормозға баҫып, машинаны туҡтатты. Баҡтиһәң, ҡом ҡатыш йомшаҡ тупраҡҡа ҡаҙалып, шартламай ҡалған мина ятҡан икән, – тип “Технолог” үҙе менән булған хәл тураһында бәйән итте. Был осраҡ та яугирҙәрҙән, айырыуса водителдәрҙән ни тиклем ҙур иғтибарлылыҡ, таһыллыҡ талап ителеүен асыҡ дәлилләй.
Взвод командиры менән ихлас әңгәмә ҡорҙоҡ. Ул бында күптәрҙең тормошҡа ҡарашы ҡырҡа үҙгәреүен, ысын ҡиммәттәрҙе ваҡ-төйәктән айырырға өйрәнеүен билдәләне. “Йәшәйешкә нисектер ябайыраҡ ҡарай башлайһың. Элек, “гражданкала” көйгән проблемаларҙың, мәшәҡәттәрҙең “ҡыҫыр көйөк” кенә булыуын аңлайһың. Һуғыш кешенең күңелен ҡатыра тиҙәр, ә миңә ҡалһа, нисектер тағы ла нескә күңеллерәк була барам кеүек”, – тине “Технолог”. Ул ғаиләһе, балалары тураһында ла айырыуса бер йылылыҡ, яратыу, һағыныу хистәре аша һөйләне.
– Аллаға шөкөр, атай-әсәйем иҫән-һау, ғаиләм имен. Улар мине һағынып көтөп ала. Өлкән ҡыҙыма – 17 йәш, быйыл мәктәпте тамамлай, “алтын миҙал”ға дәғүә итә. Улыма – 11 йәш, ул да гел “бишле”гә өлгәшә. Бәләкәй малайыма – өс йәш. Улар минең ил именлеген һаҡлау өсөн юлланғанымды белә, ошоноң менән ғорурлана, – тине ул. Взвод командиры форсаттан файҙаланып, Башҡортостан халҡына изге теләктәрен дә еткерҙе:
– Республика халҡына берҙәмлек теләйем, беҙҙең еңеүгә ышанһындар!
Авторы - В. Уразбаев.
Автор фотоһы.
Луганск Халыҡ Республикаһы.