Махсус хәрби операция ветераны Лев Зәйнетдинов хәҙер фронтҡа яңынан бара алмаясаҡ инде. Ҡаты яраларҙан һуң яугир тыуған яғына әйләнеп ҡайтты. Әммә ул уйы менән хәрби хеҙмәттәштәре янында, яу яланында юғалтҡан иптәштәре лә күңеленән һис сыҡмай.
Ул 2022 йылдың сентябрендә мобилизациялана, Донецк Халыҡ Республикаһында водитель булып эшләй, шуға күрә хеҙмәттәштәре уға “Буханка” тигән позывнойҙы “йәбештерә”. Ошо уҡ вазифала 2002-2004 йылдарҙа хәрби хеҙмәтте Грозныйҙа үтергә тура килгән, шуға күрә хәрби әҙерлекте еңел үткән, тип яҙа “Башинформ”.
“Өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, повестка алыу менән беҙ үҙебеҙҙе ҙур ышаныс бағлап, һайлап алынған Ватан һаҡсылары итеп тойҙоҡ. Ысынлап әйтәм, был бит хөрмәт күрһәтеү тигән һүҙ. Ғаиләләребеҙ беҙҙе күҙ йәштәре менән оҙатты. Бер кем дә беҙҙең армияла ике тапҡыр хеҙмәт итәсәгебеҙҙе күҙ алдына килтермәне бит, – тип хәтерләй яугир.– Хәрби әҙерлекте Ҡазанда үттек. Төньяҡ Кавказдағы хеҙмәт тәжрибәһе ярҙам итте. Йәштәргә лә ярҙам иттек, тәжрибәбеҙ менән уртаҡлаштыҡ. Аҙаҡ Ростов яғына оҙаттылар. Алғы һыҙыҡҡа эләктек. Ошо ваҡыт эсендә һалдаттар менән дуҫлашып, туғанлашып бөттөк. Ҡайһы берәүҙәр эргәбеҙҙә юҡ инде, тик мин уларҙың һүҙҙәрен, йылмайыуын, ҡул ҡыҫыуҙарын яҡшы хәтерләйем. Улар беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасаҡ. Яугирҙәрҙең ҡаһарманлығын күҙ алдына килтереп, беҙҙе бер кемдең дә еңә алмаясағына ышанам. Эш бында технологияларҙа һәм техникала ғына түгел, ә армияның һалдаттары менән көслө булыуында”.
Лев Зәйнетдинов үҙенең подразделениеһында батальон командирын йөрөтә. Был бик яуаплы хеҙмәт. Иң хәүефле участкаларға инергә тура килә. 2022 йылдың декабрь аҙаҡтарында комбат алғы позицияларҙы тикшереп сығырға була.
– Ғәҙәти эш, эргәбеҙҙә яугирҙәр ҙә бар ине. Барыһы ла көтмәгәндә булды. Көслө шартлау, дөм ҡараңғыға сумдыҡ. Аҙаҡтан белдем, танкка ҡаршы минаға эләккәнбеҙ, алғы тәгәрмәстәр аҫтында шартлаған. Бәхеткә ҡаршы, минән башҡа бер кем яраланманы. Миңә беренсе ярҙамды күрһәттеләр. Төп дауаны Ростовта үттем, аҙаҡ һауа борты менән Санкт-Петербург ҡалаһына оҙаттылар. Табиптар минең аяғымды ҡотҡара алды,– тип хәтерләй “Буханка”.
Блиндаж тормошонан һуң, дауаханалағы аҡ простыняла ятҡанда, Лев Хоҙайҙың үҙенә тағы бер ғүмер бүләк иткәнен, артабанғы тормоштоң ҡәҙерен белеп, тағы ла яҡшыраҡ үтергә кәрәклеген аңлай.
”Бик ауыр йәрәхәттәр алған егеттәрҙе беләм, уларҙың береһе лә ҡайғырып ултырырға йыйынмай. Махсус хәрби операция күптәрҙе яҡшы яҡҡа үҙгәртте. Беҙ хәҙер нығыраҡ, аҡыллыраҡ”, – ти ветеран.
Тыуған яҡҡа ҡайтҡас, яңынан спорт менән шөғөлләнә башлай, ветерандарҙың волейбол командаһына инә. Ул “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының филиалына ҙур ярҙамдары өсөн рәхмәтле. ”Беҙҙе бер кем дә ситтә ҡалдырманы, республика етәкселеге ярҙамын да тоябыҙ. Яңыраҡ йорт шарттарын йәшәүгә яраҡлаштырыу маҡсатында махсус комиссия килде, сертификат бирҙеләр, минең алған яраларға ярашлы йәшәү шарттары уңайлаштырыласаҡ”, – ти Лев Зәйнетдинов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.
Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.
Фото: “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы матбуғат хеҙмәте.