Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
18 Ғинуар , 17:00

Һалдат әсәһе рәхмәт әйтә

Улым хеҙмәт иткән бригадаға ярҙам кәрәклеген белеп, ауылыбыҙҙың чатын алып барған Лариса Ринат ҡыҙына мөрәжәғәт иттек...  

Һалдат әсәһе рәхмәт әйтә
Һалдат әсәһе рәхмәт әйтә

“Мин  – махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан “Ямал” позывнойлы яугирҙең әсәһе. Улымдың бригадаһы алғы һыҙыҡта, Донецкиҙан ары. Уларға ярҙам кәрәклеген белеп, ауылыбыҙҙың чатын алып барған Лариса Ринат ҡыҙына мөрәжәғәт иттек.  Ул беҙҙең Түбәнге Һикеяҙ ауылында хәрбиҙәребеҙ өсөн йән атып, ярҙам ойоштороп йөрөгән кешеләребеҙҙең береһе. Уға рәхмәттәр яуһын!

Бына әле лә улым хеҙмәт иткән бригадаға техник саралар бик кәрәк булғас, барыһы менән хәбәрләшеп, кәрәкле ярҙамды ойошторҙо. Һәр ауылдашыма рәхмәттәр әйтеп,  һаулыҡ, именлек теләгем килә. Эш урынымдағы коллективыма, күршеләремә, ситтә йәшәгән ауылдаштарыма, тыуған ауылым Шауъяҙы халҡына, туғандарыма мең-мең рәхмәтлебеҙ! Донъялар тынысланып, улддарыбыҙҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын көтәбеҙ!”– тип Альвера Ситдиҡова ысын күңелдән яҡташтарына рәхмәт белдергән.  

 Фото: https://baltachtan.ru/news/novosti/2025-01-16/r-hm-t-sezg-t-b-n-sikiyaz-sh-v-yady-avyllary-halky-4085294?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=107258580

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: