Геройҙар дәүере
18 Ғинуар 2025, 02:00

Баймаҡ фермеры МХО-ға "Нива" тапшырған

Крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Наил Әлибаев махсус хәрби операция зонаһында булған яугирҙәребеҙ өсөн «Лада Нива» машинаһын оҙатҡан.

Баймаҡ фермеры МХО-ға "Нива" тапшырғанБаймаҡ фермеры МХО-ға "Нива" тапшырған
Баймаҡ фермеры МХО-ға "Нива" тапшырған

Махсус хәрби операция башланғас та яугирҙәребеҙ өсөн һәр район, ҡала һәм ауыл халҡы бар яҡлап ярҙам күрһәтә, гуманитар ылау туплауҙа үҙ өлөшөн индерә. Баймаҡтар ҙа был тәңгәлдә төрлө яҡлап әүҙем ярҙам ҡулы һуҙа.

Ошо көндәрҙә гуманитар ярҙам йыйыу башланғас, райондың крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе  Әлибаев Наил Бүләк улы ла махсус хәрби операция зонаһында булған яугирҙәребеҙ өсөн «Лада Нива» машинаһын тапшырған.

Афарин, Наил Бүләк улы! Күрһәткән изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын!

Фото: телеграм

Автор:Карима Усманова
Читайте нас