Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
18 Ғинуар , 21:00

“Илһөйәр” ирекмәндәре әүҙемләшә

 Ирекмәндәрҙең “Хмурый” позывойлы яугир менән осрашыуы бик йылы шарттарҙа үтте.

“Илһөйәр” ирекмәндәре әүҙемләшә
“Илһөйәр” ирекмәндәре әүҙемләшә

 2025 йыл Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан Ватанды һаҡлаусылар йылы итеп иғлан ителде.

Ҡырмыҫҡалы районының “Илһөйәр” штабы ирекмәндәре быйыл тағы ла әүҙемерәк эшләргә уйлай, улар сәләмәтлектәрен һәм ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, ил сиктәрен һаҡлаған яугирҙәргә ярҙам итә. Был хаҡта социаль селтәрҙә Ҡабаҡ ауыл советы хеҙмәткәрҙәре хәбәр итә.

–Беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең үтенесе буйынса маскировкалау селтәрҙәре әҙерләүҙе арттырырға тейешбеҙ.  Ошо мөһим эштә ҡатнашҡан Ҡабаҡ ауыл советы биләмәһе халҡына, айырыуса Салйоғот кешеләренә рәхмәт әйткебеҙ килә. Улар бөтә ауылдары менән махсус туҡыма һәм селтәр алыуҙа финанс ярҙамы күрһәтте.

Ялға ҡайтҡан хәрбиҙәр аша изделиеларҙы ебәрергә тырышабыҙ.  Ирекмәндәр һәм лицей уҡыусыларының  31-се мотоуҡсылар полкының“Хмурый” позывойлы яугире менән осрашыуы бик йылы шарттарҙа үтте. Уҡыусылар һалдаттарға ебәреү өсөн хаттар, сувенирҙар әҙерләне. Беҙ, ирекмәндәр, маскировкалау селтәрҙәре тапшырып, егеттәргә именлек һәм еңеү менән  тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуҙарын теләнек.

 Маскировкалау селтәрҙәре яугирҙәребеҙҙең ғүмерен һаҡлаһа, ә хаттарыбыҙ уларға беҙҙең йөрәк йылыһын еткерер.

 

Фото: https://vk.com/karmaskaly_rayon

“Илһөйәр” ирекмәндәре әүҙемләшә
“Илһөйәр” ирекмәндәре әүҙемләшә
“Илһөйәр” ирекмәндәре әүҙемләшә
“Илһөйәр” ирекмәндәре әүҙемләшә
“Илһөйәр” ирекмәндәре әүҙемләшә
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: