Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
19 Ғинуар , 16:00

Баҡалылар Яңы йылда каникулында гуманитар ярҙам алып барҙы

Яугирҙәр рәхмәт әйтә.

Баҡалылар Яңы йылда каникулында гуманитар ярҙам алып барҙы
Баҡалылар Яңы йылда каникулында гуманитар ярҙам алып барҙы

Республика халҡы махсус хәрби операциялағы егеттәргә рухи һәм матди ярҙам күрһәтеүҙе дауам итә. Яңы йылдың тәүге көндәрендә үк Баҡалы районы ветерандары гуманитар ярҙам алып барҙы.

Сик һағы ғәскәрҙәре ветерандары “УАЗ” автомобилен һатып алып тергеҙгән, буяған, кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырған. Шулай уҡ улар был машинаға яугирҙәр һораған әйберҙәрҙе, гуманитар ярҙамды тейәп, алғы һыҙыҡҡа юлланған.

– “УАЗ” яугирҙәребеҙгә уңышлы барып етте, егеттәр рәхмәт әйтеп видеояҙма ебәрҙе. Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! Яугирҙәребеҙҙе еңеү менән өйҙә көтәбеҙ. Тағы ла бер тапҡыр сик һағы ветерандарына ихласлыҡтары, изге эштәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ, – тине Баҡалы районы хакимиәте башлығы Олег Ефимов.

Фото: vk.com/olegefimm?w

Баҡалылар Яңы йылда каникулында гуманитар ярҙам алып барҙы
Баҡалылар Яңы йылда каникулында гуманитар ярҙам алып барҙы
Баҡалылар Яңы йылда каникулында гуманитар ярҙам алып барҙы
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: