Геройҙар дәүере
20 Ғинуар 2025, 12:30

Барыһы ла Еңеү хаҡына

Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы, “Башҡортостан” полкының медицина ротаһы санитары Марс Робик улы Каракинов ошо көндәрҙә ялға ҡайтҡан. 

Барыһы ла Еңеү хаҡынаБарыһы ла Еңеү хаҡына
Барыһы ла Еңеү хаҡына

“Хеҙмәт итеүемә ике йыл була. Был – дүртенсегә ҡайтыуым”, – ти ул. Ул йәшәгән Ейәнсура районы Иҙелбәк ауылынан хеҙмәт итеүселәр бик күп.

Тыуған илебеҙҙең илһөйәрҙәре Руслан Тоҡомбәтов, Эльмир Дәүләтбәков исемле ауылдаштарын белеүемде әйткәс, Марс  хатта бер туған Иршат ҡәйнеше менән бергә хеҙмәт итеүҙәре, уның турала гәзиттә яҙып сығыуҙары  хаҡында белдерҙе. Ә Эльмир менән армияла бергә тура килә улар. МХО башланғас та хеҙмәттәштәр, хәбәрләшеп, яуға юлланырға һүҙ ҡуйышалар. Әммә Марс, ҡатынының ҡаршы булыуы арҡаһында, тотҡарлана. Эльмир тәүге тапҡырында МХО-ға, ирекмән булып, Н.Н. Бурденко исемендәге нейрохирургия үҙәгендә тупланған профессор Бадма Башанкаев етәкселегендәге беҙҙең һалдаттарға медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн төҙөлгән төркөмдә ике аҙанаға барып ҡайта һәм ныҡлы ҡарарға килеп, контракт төҙөй. Хәрби заданиеға киткән Эльмир Дәүләтбәков 2022 йылдың 14 ноябренән бәйләнешкә сығыуҙан туҡтай...

Бер ҡарарға килгән ир-егет маҡсатынан кире ҡайта буламы? Ҡатыны бер аҙ эшләп ҡайтырға тип Мәскәүгә юлланғас, үҙе лә яуға китә Марс. Илзиәгә нимә ҡалһын? Илап ала ла күнә. Яугир МХО-ға тиклем райондың тиҙ ярҙам машинаһын йөрөткән була. Бында ла уның бурысы  – яраланғандарҙы ташыу, уларға тиҙ ярҙам күрһәтеү, йәғни санитар хеҙмәтен үтәү. “Беренсе этапта – яралыларҙы ҡабул итеп алһалар, икенсе этап – беҙҙеке. Ҡазаға тарыған яугирҙең хәлен еңеләйтеү өсөн тиҙ ярҙам сараларын күрәбеҙ. Үҙебеҙҙең хәлдән килмәһә, артабан ебәрәбеҙ. Хәрби табип комиссияһы үткәрәбеҙ”, – ти Марс.

Дауаханала эшләгәс, йыш ҡына кешенең үлеме осраҡтарын үҙе аша үткәрергә тура килә уға. “Типһә тимер өҙөрлөк егеттәрҙең ауыртыныуҙан ҡысҡырыуын, яҡты донъя менән хушлашыуын кисереү башта ауыр ине. Яйлап уныһына ла күнәһең, ни хәтлем ауыр булмаһын, улар түҙергә тейеш тип ҡарайһың, тыуған ил өсөн, беҙҙең яҡты киләсәк өсөн шәһит китеүҙәрен аңлайһың. Тәжрибәмдә ярҙам итә алмаған осраҡтар булманы. Штурмлаусылар менән йыш ҡына аралашырға тура килә. Позицияға алып барғас та изге теләктәремде әйтеп, уларҙы ҡалдырып киткән осраҡтарҙа һаман да яманһыу булып китә”, – ти ул.

Хеҙмәткә алынғанға тиклем Мораҡ һөнәри техникумын тамамлаған уҙаман фронтҡа барып эләккәс, тәүге, тактик медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса  курстар үтә. Вәсилә-Волетта  ҡыҙы атаһына оҡшарға тырышып, медицина училищеһында уҡырға инә. Ҡыҙыма ла: “Ныҡлы белем ал! Һеҙ – кеше ғүмерҙәрен оҙайтыусылар бит, һеҙҙең белемле булыу мөһим”, – тип әйтәм ти яугир.

Марс Робик улы яралыларҙы сығарған ваҡытта тиҙ ярҙам алдында снаряд шартлай. Ул еңелсә яралана. Ярсыҡ ҡулын сыйып үтә, түшенә эләгә. Госпиталдә дауаланып, һауығып сыҡҡас та кире хеҙмәткә килә.

Марстың атаһы ҡаҙаҡ милләтенән, әлеге ваҡытта уға 70 йәш. Мәрхүмә әсәһе, Миңлегөл Панғәле ҡыҙы ла – ҡаҙаҡ, уның әсәһе – башҡорт ҡыҙы була.  “Каракиновтар (дөрөҫө – Каракенов булырға тейеш ти Марс) Ҡаҙағстандан, кулак тип ҡулға алыу башланғас, дөйә-малдарын ҡыуып, Башҡортостанға килеп һыйына. Сарсынбай олатайым Бөйөк Ватын һуғышында ҡатнашып, Днепр кискән. Шунда аяғын юғалтҡан. Мин үҙем – Биштирәктән. Кәләшемдең ауылына күсеп килдем. Ул да ҡаҙаҡ нәҫеленән. Фатхутдиновтар. Олатаһы ҡаҙаҡ булған. Өләсәһе – башҡорт ҡыҙы. Әсәһе – ҡаҙаҡ милләтенән. Интернациональ ғаилә инде беҙ. Ҡаҙаҡ булһам да, үҙ телемде белмәйем, ошо мөхиттә үҫкәс, башҡортса һөйләшәм, әммә үҙемде ҡаҙаҡ тип һанайым”, – ти Марс Робик улы.

Ҡатыны Илзиә – йорт хужабикәһе, ғаилә күпләп йылҡы көтә. “Йәй көндәре ихата тултырып ҡош-ҡорт аҫырайбыҙ. Һыйыр малын бөтөрҙөк. Йылҡыны көтөүе лә ауыр түгел. Марс шул хәтлем һәйбәт кеше. Минең ике ҡыҙымды ла, Айһылыу менән Ҡарһылыуҙы, үҙ ҡыҙҙары кеүек айырмай үҫтерә. Икенсеһен түләп уҡытты”, – ти Илзиә. Каракиновтар Иҙелбәктә үҙ йорттарында йәшәй. МХО-ла ҡатнашыусыларға ҡаралған сертификатты ҡулланып, Өфөлә лә ипотекаға фатир һатып алғандар.

–Һуғыштың ҡасан тамаланырын күҙаллауы ҡыйын. Әммә Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ. Шул өмөт менән йәшәйбеҙ, эшләйбеҙ, – ти яугир. – тегендәге ваҡытлыса торлаҡты, йәки машинаны үҙебеҙҙең иҫәпкә ипкә килтерергә, ремонтларға тура килеүенә лә зарланмайбыҙ. Сөнки һәр беребеҙ был аҙымдарҙың Еңеүгә илтәсәген яҡшы аңлай.  Ауыл советына рәхмәт, ҡайтыуыма ихатам алдын ҡарҙан таҙартып ҡуйғандар, – ти яугир.

Үҙе йөрөткән машинаны яратып ул “Виолетта” тип кенә йөрөтә.  

–  Ауылыбыҙҙың фермеры Руслан Фазылйән улы Байбулатов медротаға “Патриот” машинаһын бүләк иткәйне. Фронтҡа уны үҙем ҡыуып алып киттем. Колонна артынан эйәреп кенә барҙым. Беҙгә гуманитар ярҙам юллаған яҡташтарыма рәхмәт. Үҙәк дауахананан бер нисә тапҡыр ебәрҙеләр. Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Марат улы Юлановҡа рәхмәтебеҙ  ҙур. Ул һәр ваҡыт уяу, беҙҙең теләктәрҙе һис һүҙһеҙ үтәй, – ти ул.  –Башҡортостандан хеҙмәттәштәрем “Калибри”, “Гостева”, “Шеф”, “Виолка” – ул 21-се дауаханала эшләп килгән, ике табибыбыҙ – “Саныч”, “Гет Канипов”, шәфҡәт туташтары – “Дельта”, “Елка” беҙгә ҡарағанда күберәкте күрә, форсат булғанда уларға күстәнәстәр, медикаменттар алып барып киләм. Иң ҡыйыны – яуҙаштарыңды мәңгелеккә юғалтыу, – ти яугир.

Марс доғалар көсөнә, улар яҙылған бетеүҙәрҙең һаҡлауына ышана.  

– Йоҡа юрғандар, яугирҙар тәмәке тартып килергә өҫтәренә ябынып сығырлыҡ йылы халаттар, медикаменттар кәрәк, гуманитар ярҙам йыйғанда шуларға иғтибар итһендәр ине. Һәм, әлбиттә, яугирҙәргә гуманитар ылау оҙатыуҙы даими башҡарған Башҡортостан Башлығы Радий Хабировҡа рәхмәтебеҙ сикһеҙ, – ти медрота санитары Марс Каракинов.

Китаптар, гәзиттәр ҙә кәрәк икән фронтҡа. “Бәйләнеш юҡ. туғандарыбыҙға, ғаиләләребеҙгә иҫән-аман икәнлегебеҙҙе хәбәр итеү өсөн хәрби интернет бар. Унда ла оҙаҡлап ултырырға ярамай”, – яугирҙең һәр һүҙендә – тормош ысынбарлығы. Ул артыҡ һүҙ һөйләмәй. Ул – алғы һыҙыҡта.

Фото: 

Барыһы ла Еңеү хаҡына
Барыһы ла Еңеү хаҡына
Барыһы ла Еңеү хаҡына
Барыһы ла Еңеү хаҡына
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас