Геройҙар дәүере
22 Ғинуар 2025, 04:00

Фермер ҡорбан салған

Эшҡыуар, крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе ҡатыны менән махсус хәрби операциялағы яугирҙәрҙең иҫән-һау ҡайтыуын теләп ҡорбан салған. Ә ҡорбан итен быҡтырып, консервалар әҙерләгәндәр.

Фермер ҡорбан салғанФермер ҡорбан салған
Фермер ҡорбан салған

Баймаҡ районының Кәрешкә ауылынан Линар Әхмәтов ҡатыны менән махсус хәрби яугирҙәрҙең иҫән-һау ҡайтыуын теләп ҡорбан салған.

2025 йыл - Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы. Исемле йылда фермерҙың изге эшен ауыл халҡы ла хуплаған һәм уға ярҙам иткән. Мәктәп коллективы ҡорбан итенән 90 банка быҡтырылған ит әҙерләгән. Әхмәтовтар быҡтырылған ит банкаларын һәм ҡалған итте ҡушып, районда гуманитар ярҙам йыйылған урынға алып барып тапшырған.

"Мәрхәмәтлек сараһында ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт! Посылкалар, күстәнәстәр алғы һыҙыҡҡа имен-аман барып етеп, яугирҙәребеҙҙең беләктәренә көс, үҙҙәренә кәйеф, рух ныҡлығы өҫтәһен. Тиҙерәк утлы ғәрәсәт тамамланһын! Ир-егеттәребеҙ имен-һау тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтһын!" - тип яҙған социаль селтәрҙә КФХ етәксеһе Линар Әхмәтов.

Кәрешкә эшҡыуарының изге эше үҙенә меңләтә изгелек булып әйләнеп ҡайтһын!

Фото һәм сығанаҡ: Линар Әхмәтов.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас