Геройҙар дәүере
23 Ғинуар 2025, 17:00

“Ҡатай”: “Беҙҙән хатта Сыңғыҙхандың ейәне ҡурҡып торған”

Ул ҡустылары артынан дошманды туҡмарға китә.

“Ҡатай”: “Беҙҙән хатта Сыңғыҙхандың ейәне ҡурҡып торған”“Ҡатай”: “Беҙҙән хатта Сыңғыҙхандың ейәне ҡурҡып торған”
“Ҡатай”: “Беҙҙән хатта Сыңғыҙхандың ейәне ҡурҡып торған”

Башҡорт яугирҙәре элек-электән көсө, ҡаһарманлығы менән айырылып торған. Сабыр, шул уҡ ваҡытта оҫта һуғышҡан милләттәштәребеҙ Рәсәйҙең барлыҡ мөһим яуҙарында ҡатнашҡан һәм һәр саҡ дан-шөһрәт яулап ҡайтҡан. Бөгөн дә махсус хәрби операция биләмәһенең һәр мөйөшөндә яҡташтарыбыҙ илебеҙ сиктәрен яҡлай.

Шундай ҡаһарман яҡташтарымдың береһе “Ҡатай”ҙы “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында осраттым. Йәше йәш егеттәрҙеке булмаһа ла, күңеле менән ысын ир-ат булған “Ҡатай” Тыуған илен яҡлар өсөн ҡулына ҡорал алған.

Позывнойы есеменә тура килә икән – ул тыумышы менән Балаҡатай районынан. Тик ҡушаматты алыуының башҡа сәбәбе лә булып сыҡты.

– Мин Ҡатай ырыуы башҡорттарына ҡарайым. Улар беҙҙең яҡта, шулай уҡ Белорет районында, әлеге Силәбе өлкәһе биләмәһендә йәшәй. Беҙҙең ырыу ирҙәре ныҡ һуғышсан, батыр булған, бер кемгә лә баш эймәгән, уларҙан хатта Сыңғыҙхандың ейәне ҡурҡып торған. Ысынмы-бушмы, ишетеүем буйынса, ул беҙҙекеләрҙе яратмаған һәм юҡ итергә теләп, һуғыш менән килгән. Ләкин еңә алмаған, туҡмалып ҡайтып киткән. Әлбиттә, был турала белгәс, үҙемдең дә ошо данлыҡлы ата-бабаларыбыҙ дауамы булыуымды иҫәпкә алып “Ҡатай” тигән позывной алдым, – ти яугир.

– Ҡайһылай тарихты һәйбәт беләһегеҙ, әллә тарихсымы һин? – тип һорайым геройымдан.

– Юҡ. Тик үҙемдең тыуған яғым, ата-бабаларым тарихы менән ҡыҙыҡһынам, белгән кешеләрҙе тыңларға яратам, – тине “Ҡатай”.

Яугир ваҡытында армияла хеҙмәт иткән, унда водитель булған. Тыныс тормошта иһә төҙөүсе һөнәрен үҙ иткән һәм бында килгәнсе ошо тармаҡта эшләгән.

47 йәшлек “Ҡатай” махсус хәрби операция биләмәһенә сағыштырмаса күптән түгел, былтыр сентябрҙә килгән. Был аҙымға барырға уны нимә этәргән тигән һорауҙы биргәс, ул үҙ мотивтары тураһында һөйләп бирҙе.

– Әлбиттә, унда барған хәлдәрҙе күреп әллә ҡасандан йән көйөп йөрөй ине. Дошман бигерәк оятһыҙға әйләнде, күрше булған дәүләт беҙҙең хәүефһеҙлеккә янай башланы. Әммә шул ғына мәлдә ҡарар ҡабул итмәнем, минһеҙ ҙә еңерҙәр тип уйланым. Ә яңыраҡ унда ике ҡустымдың да булғанын белеп ҡалдым. Береһе Курскиҙа беҙҙең сиктәрҙән дошманды ҡыуып сығара, ул минең кеүек штурмовик. Икенсеһе - хәрби кеше, Абхазияла хеҙмәт итә ине, әле махсус хәрби операция биләмәһендә, ул морпех. Икеһе лә йәп-йәштәр. Улар унда булғас, мин дә өйҙә тыныс ҡына ятып ҡала алманым. Әле хәлем дә, көсөм дә етәрлек тип иҫәпләйем, пенсионер бабай түгелмен бит, минән дә файҙа булһын тип теләнем, – ти ул.

“Ҡатай” әйтеүенсә, улар өсөһө өс ерҙә хеҙмәт итә, ләкин мөмкинлек булған һайын аралашып торалар. Телефондан һөйләшеү бик килеп сыҡмай, тик егеттәр бушау менән ағаһына хәлдәрен белдереп СМС-тар ебәрә икән.

“Беҙ һуғыш темаһына бөтөнләй һөйләшмәйбеҙ. Кәрәк тә түгел ул. Һәр кемдең үҙ хеҙмәте, үҙ яйы менән бара. Иң мөһиме иҫән-һау йөрөһөндәр тип теләйем. Бер ҡустымды ялға ҡайтҡанында күргән инем, икенсеһен күптән күргән юҡ. Аллаһ бирһә, дошманды еңеп ҡайтҡас, бөтәбеҙ бергә осрашырбыҙ, шунда рәхәтләнеп һөйләшербеҙ”, – ти “Ҡатай”.

Беҙ барған көндө “Ҡатай” ауыр бронялы кейем кейеп күнекмәләр үтеп йөрөп ине. Шулай итеп ул үҙен алыштарға әҙерләй һәм түҙемлеген һанап ҡарай.

“Физик яҡтан бер нәмәнән дә ҡурҡмайым. Экипировка 20-30 килограмм булып китә, ир-егет өсөн ауырлыҡмы ни инде ул. Бар нәмәгә лә өйрәнергә була. Ауылда үҫкән, физик эшкә өйрәнгән кешеләргә был йәһәттән еңелерәк тип уйлайым. Өйрәнеүем үҙем өсөн, тәжрибәлерәк иптәштәрем әйткән һәр нәмәне иғтибар менән тыңлайым, һеңдерәм”, – ти “Ҡатай”.

Яугирҙе өйөндә ғаиләһе көтә: ҡатыны Илүзә менән ҡыҙы Алина. Мин улар өсөн иҫән-һау ҡайтырға тейеш, ти ул.

– Бында килергә тигән ҡарарҙы үҙаллы ҡабул иттем. Яҡындарым менән һөйләшһәм, ебәрергә теләмәҫтәр ине, моғайын. Ә ныҡлы ҡарарым булғас, улар теләгемде ҡабул итте. Ҡыҙымды уҡытырға кәрәк. Сер түгел, хәрбиҙәр һәйбәт эш хаҡы ла ала бит. Был ғаиләгә ярҙам итеү өсөн дәүләттән ҙур хәстәрлек. Яңы мөмкинлектәр асыла. Беҙ бында саҡта дәүләт ғаиләбеҙҙе ҡарай, бик күп ярҙам төрҙәре эшләгәнен беләм. Шул яҡтан да яҡындарыма файҙа буһын тип теләнем, – ти яугир.

БЕЛЕШМӘ

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйылыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә дәүләт менән килешеү төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.

Өфөлә "Төньяҡ амурҙары" исеме менән граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты эшләй. Хәҙер РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәргә белешмәләр йыйыу һәм медицина тикшереүе үтеү өсөн төрлө адрестар буйынса йөрөргә кәрәкмәй: быларҙың барыһын да бер урында һәм тәүлек эсендә эшләргә мөмкин.

Пунктты Өфө ҡалаһының, Элеватор урамындағы, 15-се йортта урынлашҡан "Черемушки" һауыҡтырыу шифаханаһы базаһында астылар. Ул  ҡалаға көньяҡтан ингән ерҙә, Тирмән комбинаты районында, урынлашҡан. Башҡортостандан да, башҡа төбәктәрҙән дә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә яҙылырға теләгән 18 – 65 йәшлек ир-егеттәр ошо үҙәккә мөрәжәғәт итә ала. Уларҙың теркәлеү урыны иҫәпкә алынмай. Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет, ғаиләгеҙ, белемегеҙ тураһында документтар, СНИЛС һәм ИНН алырға кәрәк.

Үҙәктә хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре, табиптар һәм банк вәкилдәре эшләй. Кандидаттарҙың мөмкин тиклем тиҙерәк медицина комиссияһы үтеү, анализдар тапшырыу, документтарын тәртипкә килтереү, кәрәк булғанда "Мир" банк картаһын алыу мөмкинлеге бар. Тап ошо картаға бер тапҡыр бирелә торған түләү һәм эш хаҡы киләсәк. Шулай уҡ бында төндө үткәреү өсөн торлаҡ фонды, өс тапҡыр ашатыу ҡаралған. Былар барыһы ла бушлай. Үҙәктән граждандар хәрби командалар составында шунда уҡ хеҙмәт урынына китә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Контракт төҙөгән һәр кем тәүге хеҙмәт йылында 4 520 000 һум аҡса аласаҡ. Бөтә контрактниктарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 40-тан ашыу төр льгота ҡаралған.

В. УРАЗБАЕВ.

Автор фотоһы.

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас