Геройҙар дәүере
23 Января 2025, 09:15

Бер туған ҡустыһы артынан ул да юлланған

 Әлбиттә, әсәйем минең ҡарарға риза булманы, уйларға ҡушты. Ныҡлы ҡарарға килгәс, был хаҡта ҡатыныма әйттем, ти "Рифон".  

Бер туған ҡустыһы артынан ул да юлланғанБер туған ҡустыһы артынан ул да юлланған
Бер туған ҡустыһы артынан ул да юлланған

Бөгөн республика райондарының һәр бер ауылынан махсус хәрби операцияла ҡатнашмаған яугир юҡтыр. Баймаҡ районы Семеновск ауылынан бөгөн яу биләмәһендә тиҫтәнән ашыу ир-ат ҡатнаша. Ошо көндәрҙә ваҡытлыса ялға ҡайтҡан яугирҙәрҙең береһе ла тап ошо ауылда тыуып үҫкән.

"Рифон" позывнойлы яугир Баймаҡ ҡалаһындағы 105-се һөнәрселек училищеһын тамамлағас, хеҙмәт юлын Семеновск байыҡтырыу фабрикаһының геология-разведка идаралығында башлай, артабан Сибай ҡалаһындағы "Башҡортостан шахта-проходкалау идаралы"ғында дауам итә.

Мәмбәт ауылы ҡыҙы Лилиә Вәғиз ҡыҙы менән өйләнешкәс, йәштәр үҙ көстәре менән Баймаҡта ҙур һәм күркәм йорт һалып сыға. Тормоштарын йәмләп балалары донъяға килә. Айгиз бөгөн бишенсе класта, ҡыҙҙары Рания өсөнсө класта уҡый. Улар икеһе лә ҡаланың 2-се мәктәбендә белем ала, уҡыу алдынғылары.

Ғаилә башлығы вахта ысулы менән алыҫ Якутияла эшләгән саҡта уның бер туған ҡустыһы Рәиф махсус хәрби операцияға юллана.

- Ялға ҡайтып, әсәйемдең хәлен белә барғанда, ҡустымдың контракт төҙөп МХО-ға юлланыуын белдем. Ауылдан  бергә уйнап үҫкән егеттәрҙең күбеһе ил һаҡларға китеүен ишеткәс, минең дә күңелдә Тыуған илде һаҡлау, дуҫтарым менән бергә булыу теләге тыуҙы. Әлбиттә, әсәйем минең ҡарарға риза булманы, уйларға ҡушты. Ныҡлы ҡарарға килгәс, был хаҡта ҡатыныма  әйттем. Тәүҙә риза булмаһа ла, аҙаҡ фекеремдең ныҡлы икәнлеген белгәс, ризалашты. Ир-егеттең бурысы элек-электән Тыуған илде һаҡлау булған, шуға күрә мин үҙ бурысымды үтәйем, - ти “Рифон”.

Риф былтыр йәй көнө Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин исемендәге батальондың мотоуҡсылар ротаһы менән контракт төҙөй һәм яу яланына юллана. Контрактниктар ике ай тирәһе Һамар ҡалаһы янында хәрби “учебка”ла була: ҡоралды дөрөҫ тоторға, дрондар менән эш итергә, һаҡланырға, тәүге ярҙам күрһәтергә өйрәтәләр, физик күнекмәләр үткәрелә.

Баймаҡ районының батыр "Рифон" позывнойлы яугир тураһында тулы мәҡәләне гәзитебеҙҙең киләһе һандарында уҡырһығыҙ.

Автор фотолары.

Бер туған ҡустыһы артынан ул да юлланған
Бер туған ҡустыһы артынан ул да юлланған
Бер туған ҡустыһы артынан ул да юлланған
Автор:Карима Усманова
Читайте нас