Геройҙар дәүере
24 Ғинуар 2025, 03:00

Ғәлиәкбәрҙәр яугирҙәргә мунса әҙерләгән

Был хаҡта Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауыл хакимиәте башлығы Әхтәмов Руслан Мөҙәрис улы хәбәр итә.

Ғәлиәкбәрҙәр яугирҙәргә мунса әҙерләгәнҒәлиәкбәрҙәр яугирҙәргә мунса әҙерләгән
Ғәлиәкбәрҙәр яугирҙәргә мунса әҙерләгән

Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауыл советы депутаттарының тәҡдиме менән ауыл ир-егеттәре йыйылыш үткәреп, махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә ебәреү өсөн өс көн эсендә тәгәрмәсле мунса эшләүгә ирештек, тип хәбәр итә ауыл хакимиәте башлығы Әхтәмов Руслан Мөҙәрис улы.
"Тиҙ арала 30 мең һумдан ашыу аҡса йыйып, мунса эшләүгә материалдар һатып алынған. Самат Сабитов менән Руслан Әхтәмовтар УАЗ рамы, тәгәрмәс, рама бирһәләр, Ильяс Дилмөхәмәтов таҡта алып килде, Йәмил Әминев иһә профнастил йүнләне. Шулай уҡ Шүлгәнташ заповеднигы, ауыл советы хакимиәте тимер, ҡалай, профилдәр һатып алыуҙа ҙур ярҙам күрһәтте.
Был эште башҡарып сығыуҙа Иҙел, Васил, Марсель, Айтуған, Илшат Әминевтар, Илнур Аҫылғужин, Таһир Баймөхәмәтов, Илфаҡ Байғазин, Әнүр Биккинин, Әсфән Дауытов, Вәли һәм Фанил Ғүмәровтар яҡындан ҡатнашты.
Айҙар Ғүмәров, Артур, Ринат һәм Динар Ҡаһармановтар, Вәли, Илсур, Данияр Ғүмәровтар, Илдар, Фаяз, Фәиз Үтәғоловтар, Фәрүәз Бикбаев, Ғәзинур, Илнур, Руслан, Риф, Нуриман Аҫылғужиндар, Хәйҙәр Бикбаев, Урал Әхтәмов, Кәбир Хәлитов, Фанур Ситдиков, Фанил Ғүмеров, Илшат Дилмөхәмәтов, Кәбир Сәғитов, Вадим Әминевтар, Нәсимә Иҫәнғалиналар иһә аҡсалата ярҙам иттеләр.
Шәхси эшҡыуарҙар Регина менән Фәнис Юлмөхәмәтовтар ҙа ситтә ҡалманы - тас, йыуғыс, һабын-порошок, ҡырынғыс кеүек әйберҙәр бүләк итеп һөйөндөрҙө.
Оҫталыҡ талап иткән бындай эште ҡышҡы һыуыҡта урамда эшләүе ауырға тура килеүен иҫпкә алып, Фәнил Ғүмәров үҙенең иркен, йылы гаражын тәҡдим итте.

- Яҡындан ҡатнашҡан һәр кемгә оло рәхмәт һүҙемде еткерәм, МХО-ла хеҙмәт итеп йөрөүсө ауылдаштарыма, райондаштарыма именлек-һаулыҡ, оҙаҡҡа һуҙылып киткән ҡәһәрле һуғышты тиҙерәк тамамлап, оло еңеү менән ҡайтһын батыр егеттәребеҙӘ,– ти бындай болғаныштарҙа үҙе лә ҡатнашып, күреп ҡайтыусы Ғәлиәкбәр ауыл хакимиәте башлығы Руслан Әхтәмов.

Сығанаҡ: "Таң" гәзите

Ғәлиәкбәрҙәр яугирҙәргә мунса әҙерләгән
Ғәлиәкбәрҙәр яугирҙәргә мунса әҙерләгән
Ғәлиәкбәрҙәр яугирҙәргә мунса әҙерләгән
Ғәлиәкбәрҙәр яугирҙәргә мунса әҙерләгән
Ғәлиәкбәрҙәр яугирҙәргә мунса әҙерләгән
Ғәлиәкбәрҙәр яугирҙәргә мунса әҙерләгән
Ғәлиәкбәрҙәр яугирҙәргә мунса әҙерләгән
Ғәлиәкбәрҙәр яугирҙәргә мунса әҙерләгән
Автор:Карима Усманова
Читайте нас