– Концерт “Дуҫтар йыйылған ерҙә” тип атала, унда ижади дуҫтарымды йәлеп иттем. Хәҙерге заманда яңғыҙ йәшәүе ауыр, яугирҙәр илде һаҡлаған мәлдә берҙәм булыу айырыуса мөһим, тигән мәғәнә һалырға тырыштым, – ти һәүәҫкәр артист. – Рәил Хәсәнов йырлай, ҡурайҙа уйнай, ҡатыны Земфира менән берлектәге дуэты халыҡ күңеленә айырыуса хуш килде. Шулай уҡ моңло тауышлы яҡташтарым Нурия Ғатауллина, Гөлбикә Кейекбаева, Айбулат Хәлилов, Әлиә Әхмәтова концерттарҙа ихлас ҡатнаша.
Ишдәүләт Сәфиуллин һөнәре буйынса уҡытыусы. Ҡулайлаштырыу арҡаһында мәктәптәр ябыла башлағас, мәғариф системаһынан китергә мәжбүр булған. Дәрестәр үткәреп өйрәнгән кешегә концерт ойоштороу ауыр булмай. Сценарийҙы ла, программаға ингән тормошсан шиғырҙарҙы ла үҙе яҙған.
– Махсус хәрби операцияға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән концерттарҙы уҙған йылдың октябренән үткәрәм. Тыуған ауылым Үрге Яйыҡбайҙа, артабан Таулыҡайҙа һәм Ниғәмәттә тулы залдар йыйҙыҡ. Концерттан килгән аҡсаны ирекмәндәргә тапшырҙым, улар уны маскировка селтәре үреү өсөн кәрәк-яраҡҡа тотондо, – ти Ишдәүләт Мөхтәр улы.
Һәүәҫкәр артист хәйриә концерттарын райондың башҡа ауылдарында дауам итәсәген белдерҙе, әле уны бер нисә мәҙәниәт йорто үҙҙәрендә сығыш яһарға саҡырған да инде.
Видео һәм фотолар Ишдәүләт Сәфиуллиндың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән алынды.