Октябрьский ҡалаһынан “Депутат” позывнойлы яугир – пилотһыҙ осоу аппараттары отделениеһы командиры. Ул 2024 йылдың ғинуарында хәрби контаркт төҙөп, махсус хәрби операцияға юлланған.
– Тәүге һорау ғәҙәттәгесә: был ҡарарҙы ҡабул итергә нимә сәбәпсе булды?
– Мин 2022 йылда өлөшләтә хәрби мобилизация буйынса саҡырыу алғайным, әммә сәләмәтлегем буйынса медицина комиссияһын үтә алманым. Байтаҡ иптәштәрем, элекке хәрби дуҫтарым МХО-ға юлланды. Оҙаҡ ҡына уйландым, намыҫым тынғылыҡ бирмәне һәм үҙ теләгем менән контракт төҙөргә ҡарар иттем. Ғаиләбеҙҙә барыһы ла әрмелә хеҙмәт иткән. Әлеге ваҡытта ағайым минән алыҫ түгел урында һуғыша. Ҡустым ошонда яраланып, бер аяғын юғалтты, әле ул юғары хәрби наградаға – Ҡаһарманлыҡ орденына тәҡдим ителде.
– Яу шарттарында көтөлмәгән хәлдәргә лә тарырға тура киләлер...
– Әлбиттә, ундай хәлдәр булып ҡына тора, хәүеф аҙым һайын һағалай. Әле бына бөгөн, ҡуйылған бурысты үтәү өсөн алдан билдәләнгән нөктәгә юлланған мәлдә, дошман дронына тап булдыҡ. Юлыбыҙҙы үҙгәртеп, йәшенергә тура килде. Шул ваҡыт машинала ябай граждандарҙың китеп барыуын күреп, уларҙы туҡтаттыҡ. Бәхеткә күрә, теге дронды атып төшөрә алдыҡ.
– “Депутат”, белеүебеҙсә, һеҙ – “Геройҙар ваҡыты” программаһының ҡатнашыусыһы ла. Ошо хаҡта ла һөйләгеҙ әле.
– Эйе, Президент Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса 2024 йылда Рәсәйҙә “Геройҙар ваҡыты” кадрҙар программаһы эшләй башланы. Ул хәрби округта ҡатнашыусыларға үҙ потенциалын дәүләт хеҙмәтендә тормошҡа ашырырға мөмкинлек биреүҙе маҡсат итеп ҡуя. Миңә ошо программала ҡатнашып, уҡыуҙарҙы уңышлы үтеп, махсус танытма алыу мөмкинлеге эләкте.
Әлегә ваҡытта, күреүегеҙсә, яуҙаштарым менән бергәмен, үҙемдең хәрби бурыстарымды башҡарам. Форсаттан файҙаланып, Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы, беҙҙең ҡалалар һәм ауылдар халҡына ҙур рәхмәт әйтергә теләйем. Уларҙың шул тиклем эскерһеҙ, ихлас ярҙамын тоябыҙ. Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улына, республика Хөкүмәтенә, ҡала һәм район башлыҡтарына рәхмәт, даими рәүештә хәлебеҙҙе, нимәгә мохтаж булыуыбыҙҙы белешәләр, гуманитар ярҙам ойошторалар, үҙҙәре киләләр. Барыһына ла именлек, һаулыҡ, тыныс, аяҙ күк йөҙө аҫтында йәшәүҙәрен теләйем. Беҙ бында ошо маҡсат менән килгәнбеҙ һәм мотлаҡ үҙ ниәтебеҙгә өлгәшәсәкбеҙ!
– Амин, шулай булһын! Именлек, һаулыҡ һеҙгә!
В. УРАЗБАЕВ әңгәмәләште.
Запорожье өлкәһе.
Автор фотоһы.