Геройҙар дәүере
26 Ғинуар 2025, 13:00

Ул – геройҙар нәҫеленән

Өфө егете – “Липа” позывнойлы яугир 2024 йылдың башында Рәсәй Оборона министрлығы менән хәрби контракт төҙөп, МХО-ға юлланған. Бөгөн ул, пилотһыҙ осоу аппараттары менән эш иткән взвод яугире булараҡ, хәрби етәкселек ҡуйған бурысты намыҫ менән башҡара.

Ул – геройҙар нәҫеленәнУл – геройҙар нәҫеленән
Ул – геройҙар нәҫеленән

Өфө егете – “Липа” позывнойлы яугир 2024 йылдың башында Рәсәй Оборона министрлығы менән хәрби контракт төҙөп, МХО-ға юлланған. Бөгөн ул, пилотһыҙ осоу аппараттары менән эш иткән взвод яугире булараҡ, хәрби етәкселек ҡуйған бурысты намыҫ менән башҡара.

– “Липа”, бына 10 минут ҡына самаһы элек һеҙ дошман дронын атып төшөрҙөгөҙ. Ошо хаҡта һөйләгеҙ әле.

– Беҙ алдан билдәләнгән нөктәгә юлландыҡ. Шул саҡ дошман дроны килеп сыҡты. Туҡтап, йәшенергә тура килде. Яҡын килеп еткәс, атып төшөрөргә ҡарар иттек һәм маҡсатҡа өлгәштек. Дрондар менән йыш осрашабыҙ, тик һәр ваҡыт ҡулдағы ҡорал менән генә атып төшөрөп булмай, был юлы беҙгә уңыш йылмайҙы.

– Хәрби бурысығыҙ, эшегеҙ нимәнән ғибәрәт?

– Разведка, миномет кеүек хәрби ҡоралдарға корректировка үткәрәбеҙ, ә төп эшебеҙ дрондарға бәйле.

– Һеҙҙең атайығыҙ ҙа бында, тип ишеттек...

– Эйе, атайым менән ике туған ағайым да – МХО яугирҙәре, улар әле Херсон йүнәлешендә. Атайым һөжүм итеүселәр отрядында һуғышты. Хәрби контракты тамамланғас, өйгә ҡайтып, ике ай булды ла тағы килде. Атайым менән ағайым МХО-ның башында юлланғайны, былтыр мин дә ошондай ҡарар ҡабул иттем.

– Ә был ҡарарға нимә сәбәпсе булды?

– Мин – хәрбиҙәр ғаиләһенән. Ҡарт ҡартатайым Вадим Александрович Скрябин – осоусы-штурмлаусы булған. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев менән яҡын дуҫтар булып бергә хеҙмәт итәләр. Әсәйемдең бәләкәй сағында Муса Гәрәевтең алдында ултырып төшкән фотоһүрәте лә бар. Ҡартатайым Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителгән була, әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында уны алмай ҡала. Беҙ – бына ошондай кешенең, ысын Геройҙың вариҫтары, шуға күрә әлеге ваҡытта ил һағында булырға тейешбеҙ, тип ҡарар иттем. Әйткәндәй, ҡартатайым һуғышҡан ерҙәрҙә баҫып торам.

– Хәрби дуҫлыҡ тураһында нимә әйтерһегеҙ?

– Эргәмдәге егеттәр – хәрби дуҫтарым, иптәштәрем. Мин уларһыҙ, улар минһеҙ – бер кем дә түгел. Беҙ бер йоҙроҡ булып тупланып, дошманға ҡаршы торабыҙ. Еңеү мотлаҡ беҙҙең яҡта буласаҡ!

В. УРАЗБАЕВ әңгәмәләште.

Автор фотоһы.

Запорожье өлкәһе.

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас