Геройҙар дәүере
27 Ғинуар 2025, 05:00

210 йомортҡанан күпме туҡмас әҙерләнек!

Бергә тиҙ ҙә, күңелле лә. 

210 йомортҡанан күпме туҡмас әҙерләнек!210 йомортҡанан күпме туҡмас әҙерләнек!
210 йомортҡанан күпме туҡмас әҙерләнек!

Тәтешле районының Әрибаш ауылы халҡы берҙәм һәм уңған. Был күркәм сифаттарын улар бөгөн тағы бер тапҡыр раҫланы. Күмәкләп йыйылып, махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яугирҙәргә күстәнәс әҙерләргә булды.

Бинаны мәктәп бирһә, аҙыҡты урындағы эшҡыуарҙар килтерҙе. Туҡмас ҡырҡыуҙы Виктория Ғарифуллина ойошторҙо. Дүрт сәғәт эсендә әллә күпме туҡмас ҡырҡылды, теләктәр теләнде. Вероника һәм Клара Гәрәевалар, Лариса Туҡтамышева, Лариса Миншарапова, Валентина Әхмәтова, Гөлсәриә Дәүләтйәнова бауырһаҡ  һәм туҡмас ҡырҡҡанда ирҙәр  быҡтырылған ит әҙерләне.

Фото: https://vk.com/tatvestnik

 

210 йомортҡанан күпме туҡмас әҙерләнек!
210 йомортҡанан күпме туҡмас әҙерләнек!
210 йомортҡанан күпме туҡмас әҙерләнек!
210 йомортҡанан күпме туҡмас әҙерләнек!
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас