Геройҙар дәүере
27 Ғинуар 2025, 17:00

Өфөлә “Русский мир & Доброволец” хәйриә концерты үтә

Унда Олег Газманов ҡатнаша.

Өфөлә “Русский мир & Доброволец” хәйриә концерты үтәӨфөлә “Русский мир & Доброволец” хәйриә концерты үтә
Өфөлә “Русский мир & Доброволец” хәйриә концерты үтә

29 ғинуарҙа Тинькофф-холда “Русский мир & Доброволец” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам йөҙөнән хәйриә концерты үтәсәк.

Концертта Рәсәйҙең халыҡ артисы Олег Газманов, шағир һәм музыкант Әлфир ALVO ҡатнаша.

Сараның төп ойоштороусыһы һәм дәртләндереүсеһе – “Башҡортостан Республикаһының тикшереү органдары ветерандары союзы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы ағзаһы, отставкалағы юстиция полковнигы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының атаһы һәм ағаһы Әлфир Хәлитов.

Сараның ҡунаҡтары – ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыла булған, яраланған йәки инвалидлыҡ алған хәрби хеҙмәткәрҙәр, шулай уҡ МХО-ла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзалары.

Средстволар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамға йүнәлтеләсәк.

6+

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас