Геройҙар дәүере
27 Ғинуар 2025, 09:00

Табиплыҡ бурысына тоғро ҡала

Педиатр "Гарик"ты тыуған яғында бәләкәй пациенттары көтә. 

Табиплыҡ бурысына тоғро ҡалаТабиплыҡ бурысына тоғро ҡала
Табиплыҡ бурысына тоғро ҡала

Махсус хәрби операция биләмәһендә табип һөнәренә эйә яугирҙәр – алтынға бәрәбәр. Тап уларҙың фиҙакәрлеге, ҡаһарманлығы, ваҡытытнда ҡабул ителгән дөрөҫ ҡарары арҡаһында йөҙҙәрсә, меңдәрсә ғүмерҙәр ҡотҡарыла. “Гарик” позывнойлы яугир тыныс тормошта балалар табибы булып эшләгән, ә бөгөн ул МХО биләмәһендә яуҙаштарына тәүге ярҙам күрһәтә, изге табиплыҡ бурысын намыҫ менән башҡара. Хеҙмәте Шайморатов һәм Суворов миҙалдары менән билдәләнгән. 

– Белеүемсә, МХО-ға өлөшләтә мобилизацияға ярашлы юлланғанһың. Ә уға тиклем ҡайҙа, кем булып эшләнең? 

– Урта мәктәпте тамамлағас, әрмегә юлландым. 2012-2013 йылдарҙа ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иттем. Унан инде Башҡортостан дәүләт медицина университетының педиатрия факультетына уҡырға индем. Юғары белемле белгес булараҡ, 2020 йылда Өфө районының Ҡыҙыл яр ауылында һөнәрем буйынса эш башланым. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән “Ауыл табибы” программаһына ярашлы килешеү төҙөгәйнем. 2022 йылдың 26 сентябрендә хәрби комиссариаттан саҡырыу алдым. Белеүегеҙсә, бөтә табиптар, медицина хеҙмәткәрҙәре, кәрәк осраҡта, хәрби бурыс үтәүгә саҡырылыусылар булып һанала. 29 сентябрҙә беҙ Һарытауға юлландыҡ. Башта санитар булып хеҙмәт иттем, артабан бригаданың медицина пункты начальнигы итеп тәғәйенләнеләр. Әле полктың медицина пунктына начальник итеп күсерергә, офицер дәрәжәһе бирергә йыйыналар.

– Медицина йәһәтенән тәьминәт нисек?

– Зарланырлыҡ түгел. Оборона министрлығы заказ бирелгән барлыҡ медикаменттарҙы, кәрәк-яраҡты ебәрергә тырыша. Башҡортостандан гуманитар ярҙам даими килеп тора. Был эште ойоштороусылар беҙҙең менән бәйләнештә, шуға күрә улар башлыса беҙгә кәрәкле әйберҙәрҙе килтерә. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһы Киров районының даими хәстәрен тоябыҙ.  

– Яу яраларынан тыш, башҡа төрлө сирҙәрҙе дауаларға ла тура киләлер.

– Әлбиттә, шулай, сөнки бында ла тормош дауам итә: киҫкен вируслы сирҙәр, төрлө инфекция йоҡтороу осраҡтары була.   

– Һуғыш шарттарында доғаларҙың, бетеүҙәрҙең көсөнә нығыраҡ ышанаһың. Һеҙҙең шундай бетеүегеҙ бармы?

– Эйе, бына өсөнсө йыл инде үҙем менән йөрөтәм. Ысынлап та, тыныс тормошта был хаҡта уйлап та бармайһың, ә бында ышаныу-инаныстар икенсе мәғәнә ала кеүек. Егеттәр табаны аҫтына “уңышҡа тип” биш йәки ун һумлыҡ тимер аҡса һалып ала. Ә инде табиптарға килгәндә, был ышаныу беҙҙә тағы ла көслөрәктер, тип уйлайым, сөнки һинең эшеңә, ҡабул иткән ҡарарыңа кеше ғүмере бәйле.

– Ғаиләгеҙ тураһында ла һөйләп үтегеҙ әле.

– Кәләшем менән ике ул үҫтерәбеҙ. Өлкәненә – биш, бәләкәйенә өс йәш. Ҡатыным һөнәре буйынса – шәфҡәт туташы, анестезиолог. Ғөмүмән, нәҫелебеҙҙә медицина юлын һайлаусылар күп: бер туған, ике туған ағайҙарым – фельдшер.

– Уңыштар һеҙгә, “Гарик”! Һуғыш тиҙерәк тамамланып, тыныс тормошта бәләкәй пациенттарығыҙҙың ғына сәләмәтлеген хәстәрләп йәшәргә яҙһын!

 

ЯУГИР ФЕКЕРЕ

“Булғар” позывнойлы хәрби:

– “Гарик” менән беренсе көндән бергәбеҙ. Ул – ышаныслы иптәш, дуҫ, үҙ эшенең оҫтаһы. Бер кемде лә бәләлә яңғыҙ ҡалдырмаясаҡ. Эргәбеҙҙә юғары белемле табиптың булыуы күп осраҡтарҙа ярҙам итә.

В. УРАЗБАЕВ әңгәмәләште.

Автор фотоһы.

Запорожье өлкәһе.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас