Туймазы районының Төмәнәк ауылынан ялға ҡайтҡан яугир һәм уның кәләше Аделя никах йолаһы үткәргән.
"Локатор"ға 22 йәш. Ул ике йыл элек, Рәсәй Ҡораллы көстәре сафында хеҙмәт иткәндән һуң МХО-ға барырға була. Яугир артиллерия ғәскәрендә наводчик булып хеҙмәт итә.
Буласаҡ кәләше менән интернетта таныша. Бер нисә ай буйына йәштәр хат алмаша, һирәк-һаяҡ шылтыратып торалар. Ә яугир ялға килгәс, улар осраша һәм өйләнешергә ҡарар итә.
Йәштәргә бәхетле һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ! Тиҙерәк һуғыш тамамланып, һәр яугиргә яҡындары янына иҫән - һау ҡайтырға насип булһын!
Сығанаҡ: "Башҡортостаным. Яңылыҡтар"