Геройҙар дәүере
27 Ғинуар 2025, 14:00

Ышаныс алға барырға көс бирә

"Нига"ның иң ҙур теләге – тыуған яғына ҡайтып, яратҡан эшен дауам итеү: ер һөрөү, иген үҫтереү. 

Ышаныс алға барырға көс бирәЫшаныс алға барырға көс бирә
Ышаныс алға барырға көс бирә

Махсус хәрби операция биләмәһенә командировка барышындағы сираттағы әңгәмәсем үҙен Шамил, позывнойы буйынса “Нига” тип таныштырҙы. Ул – Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал ауылы егете. Әңгәмәбеҙ танышыуҙан, ғаилә хәлдәрен белешеүҙән башланды.

– “Нига”, МХО-ға юлланғанға ҡәҙәр ҡайҙа, кем булып эшләнең?

– Урындағы Киров исемендәге хужалыҡта механизатор булып эшләнем. “К-700” тракторында йөрөнөм. Иген сәстем, комбайнда ашлыҡ урҙым, көҙгөһөн ер һөрҙөм. Ер эше – нәҫелебеҙҙең яратҡан шөғөлө, атайым да – механизатор, шуға күрә, һис икеләнмәйенсә, ошо һөнәрҙе һайланым. Юғары белем алыу, ҡалала йәшәү тураһында уйламаным да.

– Ә мәктәптә нисек уҡының?

– Шул, бөтә малайҙар кеүек инде (көлә – автор). Спорт менән дуҫ булдым, көрәш менән шөғөлләндем. Урта мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡтағы Республика мәҙәниәт техникумына уҡырға индем, әммә уны тамамлай алманым – сроклы хәрби хеҙмәткә юлландым.

– Өлөшләтә мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға саҡырылыу тураһындағы яңылыҡты нисек ҡабул иттегеҙ?

– Дөрөҫөн әйткәндә, саҡырырҙар тип көтөп йөрөй инем, сөнки сроклы хәрби хеҙмәт барышында бер нисә тапҡыр Кавказға, Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһына командировкала булырға тура килде. “Хәрби хәрәкәттәр ветераны” тигән статусым да бар ине. Армияла сапер булып хеҙмәт иттем, бында ла ошо эште дауам итәм. Әрмелә алған белем һәм тәжрибә МХО-ла ныҡ ярҙам итә.

– Ниндәй эштәр менән булышаһығыҙ?

– Биләмәгә килеп төшкән пилотһыҙ осоу аппараттарын зарарһыҙландырыу (разминирование), шулай уҡ дошман биләмәһенә осоролған ҡорамалдарға шартлатҡыстар, дошман техникаһына ҡаршы миналар ҡуйыу менән шөғөлләнәбеҙ. Әлбиттә, бөгөнгө ҡорамалдар, техника беҙ хеҙмәт иткән осорҙан айырыла. Уларҙы өйрәнергә, үҙләштерергә тура килде. Был яуҙы бушҡа ғына “дрондар һуғышы” тип атамайҙар. Ҡайһы бер миналарҙы урында уҡ юҡ итәбеҙ, бәғзеләрен ситкә сығарып шартлатыу мөмкинлеген ҡарайбыҙ. Баштараҡ был эш хәүефле, ҡурҡыныс кеүек ине, хәҙер өйрәндек инде.

– МХО-ла туғандарығыҙ, таныштарығыҙ бармы?

– Бер туған абзыйым контракт төҙөп килде, тик ул икенсе яҡта. Бәйләнешкә сығыу мөмкинлеге бик һирәк эләгә. Мин өлөшләтә мобилизацияға эләккәс, ул шундай ҡарар ҡабул итте һәм бында юлланды.

– Отпускка ҡайтҡанығыҙ бармы?

– Эйе, графикка ярашлы, йөрөп киләбеҙ. Иң тәүҙә атай-әсәй янына ҡайтам, унан инде балалар янына барам. Үкенескә ҡаршы, ҡатыным менән айырылыштыҡ, әммә балаларым менән араны өҙгәнем юҡ. Улыма – 12, ҡыҙыма дүрт йәш. Мөмкинлек булғанда һөйләшеп торабыҙ.

– Бер ғаиләнән – ике яугирһегеҙ. Атай-әсәйегеҙ ағайығыҙҙың ҡарарын нисек ҡабул итте?

– Ныҡ булырға тырышалар инде. Ялға ҡайтҡанда изге теләктәрен әйтеп, фатиха биреп оҙатып ҡалалар. Ауыл халҡы, үҙем эшләгән хужалыҡ, район етәкселеге ныҡ ярҙам итә. Атай-әсәйҙе лә иғтибар-хәстәрҙән өҙмәйҙәр. Мин тәүҙә бында водитель булып хеҙмәт иттем, кәрәкле запас частарҙы ебәреп торҙолар. Тыуған яҡтың, тыуған республиканың ярҙам-хәстәрен даими тоябыҙ.

– Алла бирһә, һуғыш бөтөр. Күңелегеҙҙә ниндәй уй-ниәттәр йөрөтәһегеҙ?

– Иң ҙур теләк – тиҙерәк тыуған яҡҡа, ауылға ҡайтыу, үҙемдең яратҡан эшемде дауам итеү. Өлөшләтә мобилизацияға тиклем үк йорт һатып алғайным. Атай-әсәйем күпләп мал аҫрай, миндә лә шундай уй бар. Ә әлегә ҡушылған бурысты намыҫлы башҡарырға тырышабыҙ. “Минаһыҙландырған өсөн”, Генерал Шайморатов, Жуков миҙалдары менән наградландым. Яраланырға ла тура килде, әммә оҙайлы дауаланыу үтеп, яңынан сафҡа баҫа алдым. Барыһы ла яҡшы булыр, тип ышанам. Ошо ышаныс алға барырға көс бирә, иртәгәһе көнгә өмөт уята.

В. Уразбаев әңгәмәләште.

Запорожье өлкәһе.

Автор фотоһы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас