Балаҡатай районының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында ауылдаштар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтары, “Север” позывнойлы яугир менән осрашты.
Ренат Рәшит улы Айҙаҡай ауылында тыуһа ла, Өфөлә үҫкән һәм уҡыған. Ул – күп балалы атай. Ватанға хеҙмәт итеү уның өсөн намыҫ эше. Яугирҙең тыуған яҡҡа был сәфәре оҙаҡ йылдар онотолмай күңелендә һаҡланасаҡ әле.
Уны ирекмәндәрҙең ҙур ғаиләһе шау-гөр килеп ҡаршы алды. Музей директоры Гөлфиә Хәлилова тәүҙә яугир өсөн экскурсия үткәрҙе, аҙаҡ “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр батыр өсөн шиғырҙар һөйләне, йырҙар башҡарҙы.
Тағы ла шуныһы, яугир алғы һыҙыҡта бүләккә алған һүрәттең хужаһын тапты, ул 1-се Яңы Балаҡатай урта мәктәбе уҡыусыһы Никита Петров булып сыҡты.
Ирекмәндәр Ренат Рәшит улын һәм әсәһен сәй табынына саҡырҙы. Яугир ирекмәндәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе, хәрби хеҙмәттәштәре тураһында һөйләне һәм яҡташтарына ярҙамдары һәм тырышлыҡтары өсөн рәхмәт белдерҙе, тип яҙа “Новый Белокатай”.
Фото: https://vk.com/gazetanovobelokatai