Геройҙар дәүере
29 Ғинуар 2025, 17:50

Өфөлә МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам йөҙөнән хәйриә концерты үтте

Зал Олег Газмановтың йырҙарын аяҡ өҫтө баҫып тыңланы. 

Өфөлә МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам йөҙөнән хәйриә концерты үттеӨфөлә МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам йөҙөнән хәйриә концерты үтте
Өфөлә МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам йөҙөнән хәйриә концерты үтте

Бөгөн кис Өфөләге Тинькофф-холда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам йөҙөнән “Русский мир & Доброволец” хәйриә концерты үтте. Бында алма төшөр урын юҡ – патриотик концертҡа кеше ағылып килде. Сараның ҡунаҡтары – ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыла булған, яраланған йәки инвалидлыҡ алған хәрби хеҙмәткәрҙәр, шулай уҡ МХО-ла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзалары.

Сараның төп ойоштороусыһы һәм дәртләндереүсеһе – “Башҡортостан Республикаһының тикшереү органдары ветерандары союзы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы ағзаһы, отставкалағы юстиция полковнигы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының атаһы һәм ағаһы Әлфир Хәлитов. Уның белдереүенсә, командаһы бер нисә ошоноң ише хәйриә концерты үткәргән дә.

– Бындай концерттар егеттәрҙең һорауы буйынса ла ойошторола. Беҙҙең тылда уларҙы дәртләндереүебеҙ кәрәк, ә Олег Газмановтың репертуары заманса ысынбарлыҡҡа тап килә, - тине Әлфир Хәлитов. – Бының ярҙамында яугирҙәр үҙҙәрен яратҡандарын һәм өйҙә көтөүҙәрен аңлай. 

Концерт башланыр алдынан журналистар менән сараның хедлайнеры, Рәсәйҙең халыҡ артисы Олег Газманов аралашты. Башҡортостанға килгәндә уның кәйефе һәр саҡ яҡшы булыуын билдәләне ул.

– Башҡортостанға килгәндә кәйефем һәр саҡ яҡшы. Мине бында бик йылы ҡабул итәләр, күп йырҙарымды беләләр, – тине артист. – Һәр намыҫлы кеше, үҙ иле, үҙебеҙҙекеләр өсөн янып-көйгән һәр артист һуғыш өйөбөҙгә килмәһен өсөн барыһын да эшләгән беҙҙең егеттәргә, яугирҙәргә ярҙам итергә тейеш. Мине бында саҡырыуҙары, яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре өсөн йырлау – оло мәртәбә. Әле был беҙҙең барыбыҙ өсөн дә бик кәрәк.

Зал Олег Газмановтың сығышын бик йылы ҡабул итте. Бик күп йырҙарын яратҡан йырсыһы менән бергә башҡарҙы. Уның элекке йырҙары ла, яңылары ла бик йылы ҡабул ителде. "Бессмертный полк" һәм "Господа офицеры" тигән йырҙарҙы бөтә зал аяҡ өҫтө тороп тыңланы. 

Концертта йыйылған аҡса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамға йүнәлтеләсәк.

Фото: "Молодежная газета". 

 

 

Өфөлә МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам йөҙөнән хәйриә концерты үтте
Өфөлә МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам йөҙөнән хәйриә концерты үтте
Өфөлә МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам йөҙөнән хәйриә концерты үтте
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас