Һүҙемде бер аҙ алыҫтан башлайым. Махсус хәрби операция биләмәһенә барғас, төрлө позывнойлы егеттәр менән таныштыҡ. Шуныһы бер аҙ аптыратып та ҡуйғайны: “Башҡорт” (“Башкир”) позывнойын төрлө милләт вәкилдәре ала. Бигерәк тә рустар һис икеләнмәй “Башҡорт” булып йөрөй.
Был, берҙән, башҡорт халҡының яугир асылын таныу булһа, икенсенән, Пензанан килгән бер ир-уҙаман әйткәнсә, Башҡортостан Республикаһының был һуғыштағы яугирҙәргә мөнәсәбәтенә һыйыныу сараһы ла. Ул һис аптырамайынса: “Һеҙҙең Башлығығыҙ яугирҙәрҙе бик ныҡ ҡеүәтләй бит. Әлбиттә, позывной һайлағанда был хаҡта ла уйланым! Шуға ла “Башҡортостан” полкына ҡушылдым”, – тине ул.
2025 йылды ҡаршылаған кистә Үҙәк федераль каналдарҙың береһендә “Башҡорт” позывнойлы башҡорт егете Рәсәй халҡын Яңы йыл байрамы менән тәбрикләне. Был сюжетты күптәр ҡыҙыҡһынып ҡараны, төрлө социаль селтәрҙәргә һалды.
Тамырҙары менән Архангел районынан булған Мөҙәрис Аҫылбаев хаҡында мәғлүмәтте миңә “Ун өсөнсө” еткерҙе. Рәхмәт, ысын мәғәнәһендә ғорурланырлыҡ ҡустығыҙ. Әйткәндәй, ул берәү генә түгел, ике егет улар. Икеһе хаҡында ла яҙмаларымды тәҡдим итәм.
Беренсе әңгәмәсем – гвардия старшинаһы, “Т-72” танкы командиры, танкист, ике тапҡыр Ҡаһарманлыҡ ордены, Суворов миҙалы һәм РФ Хәрби көстәре командующийының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән Мөҙәрис Аҫылбаев атлы егет бөгөн махсус хәрби операция биләмәһендә. Ул үҙ теләге менән яуға юлланған. Өс туған ҡустыһының һәләк булыуы уны айырыуса ныҡ тетрәндергән.
Мөҙәрис менән әңгәмәне лә Телеграм аша ул бушаған арала эшләнек. Иҫ киткес тәүәккәл, ғәмәлдәренән дә, һүҙенән дә саялыҡ бөркөлөп торған яҡташыбыҙ Архангел районының Тәүәкәс ауылында башланғыс мәктәпте тамамлаған. Нефтекама ҡалаһында хәрби йүнәлешле мәктәп-интернатта, Иглин районының Ләмәҙ мәктәбендә, Өфө машиналар эшләү колледжында белем алған. 10 йәшенән үгәй атаһы Рафаил һәм әсәһе Әлфирә тәрбиәһендә үҫкән улар һеңлеһе Лилиә менән, шуға күрә егет тәрән ихтирам менән “атай-әсәйемә рәхмәт” тип әйткәндә береһен дә айырмай телгә ала.
Шуныһы ҡыҙыҡлы, Мөҙәристең исеме лә әрме сафынан килә икән. Хәрби хеҙмәттә атаһы Ғәфүр дуҫ егетенә: “Улым тыуһа, һинең исемде ҡушам!” – тип вәғәҙә итә һәм һүҙендә тора ла. Донъяға яралғанынан алып малай хәрби хеҙмәт мөхите менән сорналған булған.
Тамырҙарына күҙ һалһаҡ, Баҙран ҡарттың тоҡомдары араһында ил тойғоло ир-егеттәр етәрлек. Бүләһе Хисмәтулланың ейәндәре яугирҙәр – Мөхәмәтулла ла, Аҫылбай ҙа, Яҡшыбай ҙа яуҙа ҡатнашҡан. Алсынбай олатаһы снайпер булған.
2018 йылдан Мөҙәрис әрме сафына юллана, ә инде 2019 йылда Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. 2022 йылдың 1 майында махсус хәрби операцияға юллана. Ул бөгөн танк ғәскәрҙәре составында БПЛА взводында.
– Хәлдәрең нисек, Мөҙәрис?
– Һәйбәт. Хәрбиҙәрсә.
– Эш араһында һорауҙарға яуап бирһәң, яҡшы булыр ине.
– Ҡайтҡас эшләйек әңгәмәне. Телефон аша бер ҙә улай аралашҡан юҡ. Өс тапҡыр интервью алдылар, өсөһөндә лә журналист ҡаршымда ултырҙы. Әйҙәгеҙ, мин ялға ҡайтҡас, күрешеп һөйләшербеҙ. Ә былай нимәлер яҙып, аудиолар яҙҙырып ултырырға ваҡыт юҡ. Һеҙгә кәрәк булғанда бәйләнештә булмауым да ихтимал.
– Ҡайтҡас та эшләрбеҙ. Ә быныһы яу ҡырынан, өҙөк-өҙөк аралашыу аша барыуы менән ҡәҙерле. Ваҡытың булғанда яуап бир, мин көтөрмөн. Текст башҡортса буласаҡ. Башҡортса уҡыйһыңмы?
– Уҡыйым да, аңлайым да, һөйләшәм дә.
– Ни өсөн һорайыммы? Яңы йыл менән 1-се канал аша ҡотлағанда, русса телмәрең бик матур ине, таҙа һөйләшәһең. Ике телде лә яҡшы белеүең бик хуп!
– Рәхмәт!
– Отпуск ҡасан?
– Әйтә алмайым. Фронт һыҙығы алға күсә бара, шуға аныҡ ҡына даталарҙы әйтеүе ауыр. Барыһы ла тиҙ алмашына. Беҙ 2022 йылда инә алмаған ерҙәрҙә бөгөн Рәсәй подразделениелары тора. Юғалтҡан ауыл, ҡасаба, ҡалаларҙы кире ҡайтарып алдыҡ. Новодаровка, Ровнополь бөгөн беҙҙекеләр ҡулында.
Өфөлә буласаҡмын, Алла бирһә. Эске эштәр министрлығы институтында курсанттарға бер нисә дәрес бирәһе бар. Шунда күрешербеҙ.
– Нимә ул һинең өсөн шәхсән махсус хәрби операция?
– Махсус хәрби операция бөтә донъяға Рәсәйҙең ҡеүәтен күрһәтте. Берҙәмлеген танытты. Хатта һис уйламаған кешеләрҙең ил тойғоло булыуын, эсендә, булмышында Ватан ғәме асылыуын күрһәтте. Беләһегеҙме, миңә һинең ҡулыңдан бер нимә лә килмәй, һинән кеше сыҡмаясаҡ, тип әйткән кешеләр булды. Ә мин бала саҡтан хәрби булырға хыялландым. Иң ҙур теләгем Ҡыҙыл майҙанда Еңеү парадында ҡатнашыу ине. Мине баһаламаған кешеләр хаталанған булып сыҡты.
– Шулай. Һин былтыр Мәскәүҙә махсус хәрби операция яугирҙәре составында Ҡыҙыл майҙанда 9 Майҙа парадта ҡатнаштың.
– Эйе, булды ундай хәл. Иҫ киткес һыуыҡ көн ине, буранлап торҙо хатта, ә беҙ хәрби күлдәктә, бронежилет кейгәнбеҙ. Ныҡ һалҡын булғанлыҡтан мин: “Беренсе батальон – алға, ҡалғандар – уңға!” тигән бойороҡто шундай итеп көттөм. Йылынырға кәрәк бит инде.
Унда минең өсөн шуныһы ла ҡыҙыҡлы булды: беҙ, ир-егеттәр, бер-беребеҙ менән сәтәкәй бармаҡтар менән етәкләшкән килеш хәрәкәт итәбеҙ. Мин тәүге тапҡыр Ҡыҙыл майҙанға аяҡ баҫтым. Беренсенән, атай-әсәйем алдында ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙем. Улар мине телевизорҙан күрәсәк, тигән уйҙан күңелдә шундай рәхәтлек тойғоһо уянды. Мине тыуҙырған атайым был көндө күрә алманы инде, ул 2022 йылда вафат булып ҡалды. Әммә тәрбиәләгән атайым менән әсәйемә был тормошта минең дә нимәлер ҡулымдан килә, һеҙ һоҡланырлыҡ эштәр башҡара алам, тип әйтергә хаҡым бар.
– Кем ул ысын ир-егет?
– Дөрөҫөн әйткәндә, минең өсөн бөгөн ысын ир-егет – ул яу ҡырындағылар. Әлбиттә, тылда эш күп. Һәр кем үҙ майҙанында үҙ бурысын үтәһен. Ә беҙ, хәрбиҙәр, унда кәрәк.
– Һинеңсә, кем ул иң оҫта яугир?
– Александр Прохоренко.
– Уны шәхсән белә инеңме?
– Юҡ шул. Белмәүем бик йәл. Махсус хәрби операцияла иң көслө яугир – ул “Алеша” танкының экипажы, тип әйтә алам тағы ла. Уларҙың командиры менән шәхсән танышмын. Бергә хеҙмәт иттек. Экипажда улар өс кеше. Мин улар менән бер блиндажда йәшәнем. “Алеша” – ысын мәғәнәһендә иң көслө экипаж. Уларҙың яуға сығыуын белеү менән дошман танктары кире сигенә. Хәҙер яуҙар икенсе төрлөрәк, беҙ күберәк һөжүм итәбеҙ.
– Саша Прохоренконың шәхесендә һине нимә тетрәндерә?
– Ул үҙендә көс табып, дошманды үҙенә ҡаршы ут асыуға мәжбүр иткән. Эйе, был – һуғыш, һәр беребеҙ ҡайҙа һәм нимә өсөн килгәнен аңлай. Әммә арала шуны аңлау менән бергә аңлы рәүештә илебеҙ өсөн шундай аҙымға барған егеттәр булыуы ғорурлыҡ тойғоһо уята.
– Бөгөн фронтта тактик йәһәттән үҙгәрештәр бармы?
– Оптик сүс системаһы пилот менән идара итеү ҡоролмалары араһында урынлаштырылған. Оптик сүс кабелдәре аша электр йәки электрон сигналдар ебәрелә. Үткәргестәр аша “осабыҙ”. Оптик сүскә күстек. Радиоэлектрон система хатта уны туҡтата алмай. Идара итеү ҙә, видео ла үткәргестәр аша бара. Сымдар ныҡ, уларҙы өҙөүе еңел түгел. Был үткәргесте өҙөр өсөн дрон ҡайсы менән осорға тейеш. Йәнә лә уны бер нимә менән дә туҡтатып булмай. Туҡтатырға уйлаған хәлдә лә туранан-тура дрон менән эләгергә кәрәк.
– Бөгөн һинең яуҙағы хеҙмәтең нимәнән ғибәрәт?
– Бөгөн мин БПЛА взводында, йәғни “ҡошсоҡтар”ға ҡаршы взводта хеҙмәт итәм. Радиоэлектрон ҡоролмаларҙы урынлаштырыу менән шөғөлләнәм. Алғы һыҙыҡҡа сығабыҙ. Танк экипажының яҙмышы – минең ҡулда. Һауанан һөжүм булмаһын өсөн дә һаҡта торам. Танкты яҡшы белеүем РЭБ-ты урынлаштырғанда ярҙам итә: мин нимәнең ҡайҙа һәм нисек икәнен беләм. Танкта хеҙмәт буйынса тәжрибәм етерлек. Әммә был – һуғыш: танк аҫтына нимә килеп керерен, өҫтә “ҡошсоҡтар” ҡайһы яҡтан осоп килерен күҙаллап булмай, ләкин тәжрибә менән килгән оҫталыҡ алға барырға ярҙам итә.
Бер мәл саҡ яраланмай ҡалдым. Эвакуация бүлеге командиры булған саҡта беҙҙең машинаға FPV-дрон менән һөжүм иттеләр. Машина янып китте. Уны һүндерҙек, бер төн шунда ултырып сыҡтыҡ. 155-се калибр менән генә лә 19 тапҡыр “прилет” булды. Береһе лә машинаға теймәне. Биш-ун метр тирәләй беҙҙең янда тәрән соҡорҙар хасил булды был һөжүмдәрҙән. Иртәгәһенә беҙҙең арттан икенсе эвакуация машинаһы килде. Улар, машина тирәләй соҡорҙарҙы күреп, беҙҙең иҫән ҡалыуыбыҙға таң ҡалды. Шундай хәлдәр ҙә була.
– Тимәк, һуғышта ла мөғжизәгә урын бар?
– Бар ғына түгел, күп тапҡыр минең менән шулай булды. Бер мәл позицияларға сыҡтыҡ, украин пулеметтары беҙгә ҡаршы ут асты. Ике пулемет ике яҡтан “еппәрә” генә. Беҙ ике кеше тауҙа ятабыҙ, пулялар, патрондар янға килеп төшә, әммә беҙгә теймәй. Белгән доғаларымды уҡый башланым, аяҡҡа теймәһә генә ярар ине, тим. Аяҡҡа тейһә, йүгерә алмаясаҡмын бит. Беҙ торҙоҡ та йүгерә башланыҡ. Нимә булғандыр инде ул, белмәйем, әммә ике пулеметтан ҡасып ҡотолдоҡ.
Тағы ла бер шундай хәл булды. Яралы һалдатты алып сығып барғанда, минометтан аттылар. Ул һыҙғырып тороп осоп минең янға метр ярым тирәһендә килеп төштө лә ергә ҡаҙалды. Шартламаны. Повезло!
– Ҡаһарманлыҡ ордендары менән бүләкләнгәнһең. Һөйлә әле тарихтарын?
– Беренсеһе разведка өсөн бирелде. Уңышлы эшләнде, бөтәһе лә яуҙан иҫән сыҡты, үҙем дә яраһыҙ сыҡтым. Полк командиры шунда уҡ рапорт яҙҙы. Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләп, разведка ротаһына күсерҙеләр.
Икенсеһенең тарихы ла оҙаҡ көттөрмәне. Ни бары ике аҙна уҙғас, алышҡа сыҡтыҡ. Ҡаршы яҡтың казармаларын таҙарттыҡ. Кәрәкле урынға барып еткәс тә, дошмандың беҙҙе көтөп тороуы һәм икенсе урындан һөжүм итә башлауы асыҡланды. Танкка ҡаршы гранаталар менән ташландылар. Командир яраланғас та, взвод командиры бурысын үҙ өҫтөмә алдым. Алты саҡрым араны шыуышып үтеп, барыбыҙ ҙа имен сыға алдыҡ. Икенсе орденды ошонан һуң тапшырҙылар. Был – эш. Шул хаҡта һеҙгә мәғлүмәт еткерәм.
– Нимәнән оялаһың?
– Төшөнкөлөккә бирелеүҙән һәм атай-әсәйем алдында оятҡа ҡалыуҙан.
– Ҡурҡаһыңмы?
– Иҫәр кеше генә ҡурҡмайҙыр ул. Һуғыш – ул ҡурҡыныс. Әммә ир-егеттең ил алдында бурысы бар, беҙ уны атҡарып сығырға тейеш. Күңелдә болоҡһоу булып киткәндә, өйҙө, атай-әсәйҙе, матур мәлдәрҙе иҫкә алам. Үҙеңдә ҡурҡыуҙы еңә белергә лә кәрәк. Һуғыш быға өйрәтә.
– Яратҡан фильмың?
– “На краю бездны” киноһын яратып ҡарайым.
– Кешеләрҙә ниндәй сифаттарға өҫтөнлөк бирәһең?
– Изге күңеллелек һәм ғәҙеллек.
– Әңгәмәне баҫып сығарыр өсөн фотоларың да кәрәк буласаҡ!
– Һеҙ миңә шул рәүешле кәләштәр табып бөтөрһөгөҙмө икән? (көлә – авт.).
– Өйләнмәгәнһеңме ни?
– Айырылыштыҡ. Әлегә минең өҫтә бер бурыс – Еңеүҙе яҡынайтыу. Ғаилә ҡороу тураһында уйламайым да, сөнки башта ныҡлы нигеҙ кәрәк. Башҡараһы эштәр ҙә етәрлек, үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ.
– Киләсәккә пландарың бармы?
– Юҡ, мин бер нимә лә планлаштырмайым. Иртәгә нимә булаһын берәү ҙә белмәй. Бөгөн минең алда бурыс бар, беҙ шуны үтәйбеҙ.
Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.
Автор тәҡдим иткән фотолар.