Геройҙар дәүере
30 Ғинуар 2025, 06:00

Бергә үтер юлығыҙ оҙон булһын

Махсус хәрби операция яугире һөйгәне менән ҡауышып, ғаилә ҡорған.

Бергә үтер юлығыҙ оҙон булһынБергә үтер юлығыҙ оҙон булһын
Бергә үтер юлығыҙ оҙон булһын

Тәтешленән "Шторм" позывнойлы яугир һөйгәне менән сәсен сәскә бәйләгән. Был хаҡта Тәтешле районы башлығы Фәнүр Шәйхисламов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уртаҡлашҡан.

"Йәштәрҙе ҡотлайбыҙ. Ҡорған ғаиләгеҙ ныҡлы, татыу, бергә үтер юлығыҙ оҙон, һикәлтәһеҙ булһын! Йортоғоҙ бәхет һәм йәм менән тулһын!" - тип яҙған район етәксеһе.

Йәштәргә бәхетле һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ! Тиҙерәк һуғыш тамамланып, һәр яугиргә яҡындары янына иҫән-һау ҡайтырға насип булһын!

Сығанаҡ: "Башҡортостаным. Яңылыҡтар".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас