

Был башланғысҡа Башҡортостандағы “Халыҡ фронты” вәкиле, “Умас” позывнойлы яугир нигеҙ һалды. Ул Донецк йүнәлешендә хәрби бурысын үтәй. Изге эшкә иң беренселәр булып “Салауат Юлаев” хоккей клубы, республиканың мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ҡушылды. Шулай уҡ Бәләбәй районынан эшҡыуар ремонтлау өсөн буяу бүләк итте.
- Ҡыуаныслы хистәр менән бүләктәрҙе Донбасс балаларына бирәбеҙ. Бүләктәр Донецк ҡалаһындағы 23-сө балалар баҡсаһына тәғәйенләнгән, - тип белдерҙе республиканың мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзы етәксеһе Елена Хаффазова.
Балалар баҡсаһында ете йәшкә тиклемге 34 бала тәрбиәләнә.
- Партнерҙарыбыҙ менән бергә Луганск, Перевальск һәм Антрацит балалар баҡсаларына ярҙам итәбеҙ. Ҡушылырға теләгегеҙ бар икән, Өфө ҡалаһы, Киров районы, 1-138 адресы буйынса балалар өсөн уйынсыҡтар һәм кейем килтерә алаһығыҙ, тик улар яңы һәм этикеткалы булырға тейеш. “Халыҡ фронты” адресаттарға тиҙ арала алып барып еткерәсәк, - ти “Халыҡ фронты”ның Башҡортостандағы бүлексәһе етәксеһе Виталий Брыкин.
Сығанаҡ, фото: https://mgazeta.com/news/care/2025-01-30/narodnyy-front-v-bashkirii-vzyal-shefstvo-nad-donetskim-detsadom-4102284