Балтас район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев социаль селтәрҙә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугиргә уңыштар теләгән һәм алғы һыҙыҡтағы яҡташтарының тиҙерәк еңеү менән ҡайтыуын көтөүен белдергән.
“Беҙҙең яҡташыбыҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы “Уфа” позывнойлы яугир ҡыҫҡа ваҡытлы ял осоронда өйөнә яңы машинала ҡайтып төштө. Контракт нигеҙендәге хәрби хеҙмәт уға фатир һатып алырға, ә хәҙер инде автомобиль һатып алырға мөмкинлек биргән. Яугиргә уңыштар теләйем!
Ҡәҙерле туғандар! Һеҙҙән бары яҡшы хәбәрҙәр генә көтәбеҙ! Һәм, әлбиттә, һеҙҙең өйгә еңеү менән ҡайтыуығыҙҙы!”
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.
Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Контракт төҙөгән һәр кем тәүге хеҙмәт йылында 4 520 000 һум аҡса аласаҡ. Бөтә контрактниктарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ҡырҡтан ашыу льгота ҡаралған.