Бөгөн Өфөлә хеҙмәт итеү урындарына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы оҙаттылар. 180 яугирҙе фронтҡа оҙатыу “Өфө-Арена” алдындағы майҙанда үтте. Был турала “Башинформ” агентлығы хәбәр итә.
Хәрбиҙәр янында уларҙың әсәләре, аталары, ҡатындары, балалары булды. Уларға рәхмәт һүҙҙәрен Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов, Өфөнөң Совет районы хакимиәте башлығы Айҙар Баҙғудинов һәм республика хәрби комиссариатының бүлек етәксеһе майор Егор Ефимов белдерҙе.
Ирек Сәғитов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән яугирҙәргә сәләм тапшырҙы һәм Тыуған илебеҙҙең яуаплы сиктәрендә фиҙакәр хеҙмәте өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Тиҫтәләрсә мең яҡташыбыҙ Рәсәй ғәскәренең данлы традицияларын дауам итеп, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, үҙ хәрби бурысын намыҫ менән үтәй, тип билдәләне ул.
– Элек-электән Башҡортостан яугирҙәре Ватанға хеҙмәт итеү өлгөһөн күрһәтте. Алдығыҙҙа баш эйәбеҙ. Алғы һыҙыҡта ниндәй хәл булыуын беләбеҙ. Һеҙ Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәренең Юғары баш командующийы, генераль штабы тарафынан ҡуйылған бөтә хәрби бурыстарҙы намыҫ менән үтәрһегеҙ, тип ышанам. Беҙ һәр ваҡыт һеҙгә ярҙам итәсәкбеҙ. Кисә генә 143-сө гуманитар ылау ебәрелде. Был – республикабыҙҙағы өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе. Ярҙам иттек һәм итәсәкбеҙ ҙә. Өйөгөҙгә, ғаиләләрегеҙгә, балаларға иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ. Туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға аңлауы өсөн рәхмәт. Беҙ ҙә уларҙы ярҙамһыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ, – тине Ирек Сәғитов. – Яугирҙәр! Шайморатов яугирҙәрен һөжүмгә күтәргән саҡта “Салауат Юлаев тоҡомдары сигенә белмәй” тигәйне. Шулай. Алға, Башҡортостан! Еңеү беҙҙең яҡта.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса бүленгән уңайлы автобустарға ултыртыр алдынан Ирек Сәғитов яугирҙәргә, оҙатыусыларға яҡын килде. Кешеләр вице-премьер менән теләп һөйләште. Ирек Сәғитовтың барыһы өсөн дә хуплау һүҙҙәре табылды.
– Яугирҙәрҙең оҙатыу ваҡытында ваҡыты аҙ, әсәһен, атаһын, ҡатынын, балаларын тағы бер ҡосаҡлап өлгөрөр кәрәк. Шулай ҙа уларҙан хеҙмәт менән ҡыҙыҡһынырға, проблемалар бармы-юҡмы икәнен белергә өлгөрәм. Улар иғтибарға алына, шунда уҡ хәл ителә. Был бик мөһим. Мин оҙатыуға яугирҙәргә изге теләктәрҙе әйтергә генә түгел, ә МХО-ла ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың туғандарының ниндәй һорауҙары булыуын белергә лә киләм. Беҙҙең бурыс – улар фронтта ла, тылда ла бер нимәгә лә мохтаж булмаһын өсөн ярҙам итеү, – тине Ирек Сәғитов. - Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең кәйефе хәрби булыуын күреү ҡыуаныслы, улар оптимизм менән һуғарылған һәм бер кем дә зарланмай. Улар – геройҙар! Бөгөн беҙҙең егеттәр Донбасста ғына түгел, Белгородщинала һәм Курскиҙа ла хеҙмәт итә. Улар бүләкләнгән дәүләт наградалары тағы ла бер тапҡыр лайыҡлы тапшырылыуын раҫлай.
Фото һәм сығанаҡ: "Башинформ".