Геройҙар дәүере
31 Ғинуар 2025, 12:45

Башҡортостан юлдаш телеканалында – премьера

2 февралдә Башҡортостан юлдаш телеканалында Рәсәй Геройы, "Башҡортостан" полкының А. Зорин исемендәге танк батальоны командиры Андрей Мигуновҡа арналған "Комбат "Скиф" документаль фильмының премьераһы була.

Башҡортостан юлдаш телеканалында – премьераБашҡортостан юлдаш телеканалында – премьера
Башҡортостан юлдаш телеканалында – премьера

Режиссер Айгөл Малбаева әйтеүенсә, фильмдың географияһы киң.

– Андрей Павловичтың яҙмышы Башҡортостан Республикаһы, Волгоград өлкәһе, Луганск Халыҡ Республикаһы, Һамар һәм Дондағы Ростов ҡалалары менән бәйле, шуға ла фильм төрлө урындарҙа төшөрөлдө. Иң мөһиме, был кадрҙарҙағы хәтирәләр бер кемде лә битараф ҡалдырмаясаҡ, – ти режиссер.

Документаль фильм авторы – билдәле тележурналист Гүзәл Хәмитова.

– "Скиф" позывнойы Андрей Павловичты ғүмер буйы – хәрби училище курсанты булғандан алып Афғанстанда алышып ҡайтҡансы һәм Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булғансы оҙатып йөрөгән. Шулай ҙа танк батальоны яугирҙәре өсөн ул "Батя" булды һәм булып ҡала, – ти фильм авторы.

Рәсәй Геройы Андрей Мигуновҡа арналған "Геройҙар" циклынан документаль фильмдың премьераһы киске сәғәт 7-се яртыла башлана.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Башҡортостан юлдаш телеканалында – премьера
Башҡортостан юлдаш телеканалында – премьера
Башҡортостан юлдаш телеканалында – премьера
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас