Геройҙар дәүере
3 Февраль 2025, 11:00

"Найк" уҡыусылар менән осрашҡан

Шаран районының Саҡты ауылы мәктәбендә яңы йылдағы беренсе ҡаһарманлыҡ дәресе уҙған

"Найк" уҡыусылар менән осрашҡан"Найк" уҡыусылар менән осрашҡан
"Найк" уҡыусылар менән осрашҡан

Шаран районы хакимиәте хәбәр итеүенсә, Саҡты ауылы мәктәбендә яңы йылдағы беренсе ҡаһарманлыҡ дәресе уҙған. Уҡыусылар, ауыл халҡы махсус хәрби операция яугире “Найк” менән осрашҡан. Ҡасандыр ошо мәктәпте тамамлаған яугир егет был мәлгә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан.

“Найк” үҙенең туған мәктәбендә уҡыған йылдары, махсус хәрби операцияға китеүе тарихы, ҡатмарлы шарттарҙа физик һәм рухи әҙерлектең мөһимлеге хаҡында һөйләй. Балалар ҡыйыу ағайҙарына төрлө һорауҙар биргән – яу яланындағы көнкүреш шарттары, алыштар барышы, хәрби дуҫлыҡ һәм бер-береңә ярҙам тураһында. “Найк” йәш дуҫтарына ихлас яуап ҡайтарған.

Осрашыу аҙағында уҡыусылар батырға иҫән-һау ҡайтыуын, ә яугир уларға уҡыуҙарында уңыштар, маҡсатҡа ынтылыш, Тыуған илгә һөйөү хисе, спорт менән дуҫ булыуҙарын, әҙәпле һәм ғәҙел кешеләр булып үҫеүҙәрен теләгән. Балалар “Найк”ка изге теләктәр яҙылған блокнот һәм талисман бүләк икән.

Саҡты мәктәбе ҡасандыр үҙендә уҡыған туғыҙ ир-егетте яуға оҙатҡан. Уларҙың өсәүһе һәләк булған. Уҡыусылар, уҡытыусылар һәм башҡа ауылдаштары ҡаһармандарҙың иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай.

Р.Ғатауллина әҙерләне.

Фото: видеонан скриншот.

 

"Найк" уҡыусылар менән осрашҡан
"Найк" уҡыусылар менән осрашҡан
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас