Һәр кем табип булып эшләй алмай. Эргә-тирәләгеләргә ҡарата иғтибарлы, сабырлы булғандар, башҡалар яҙмышына битараф ҡала алмағандар, шул уҡ ваҡытта тиҙ ҡарар ҡабул итә белгәндәр, йәнен-тәнен аямай халҡына хеҙмәт иткәндәр генә, нигеҙҙә, медицина юлын һайлайҙыр. Улар – табиптар һәм башҡа медицина хеҙмәткәрҙәре – әлеге ваҡытта ла махсус хәрби операция зонаһында яугирҙәребеҙгә медицина ярҙамы күрһәтә. Урындағы халыҡ уларҙы “аҡ халатлы фәрештәләр” тип йөрөтә.
Бындағы табиптар көн тимәй, төн тимәй, эшләй, кешеләргә ҡулынан килгәнсә медицина ярҙамы күрһәтә. Уларҙың, ысын мәғәнәһендә, ялы ла, үҙҙәре өсөн ваҡыты ла юҡ. “Урындағы табиптарҙың үҙ эшенә шул тиклем тоғро булыуҙарына, фиҙакәрлегенә һоҡландыҡ, иҫебеҙ китте. Ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итәбеҙ, эштәрен еңелләштерергә тырышабыҙ”, - ти улар.
Ошондай фиҙакәр табиптарыбыҙҙың береһе – Салауат ҡала дауаханаһы кардиологы Рәзим Мөхәмәтғарипов – һигеҙ тапҡыр махсус хәрби операция зонаһына командировкаға барған. Уның тырышлығы һөҙөмтәһендә Херсон өлкәһендәге Скадов үҙәк район дауаханаһында ҡан тамырҙары үҙәге ойошторолған. Бөгөн ул Курск эргәһендәге хәрби госпиталдә эшләүен, медицина ярҙамына мохтаждарға ярҙам итеүен дауам итә.
“Көн һайын яралыларға ярҙам итеү – һөнәри оҫталыҡ һәм фиҙакәр хеҙмәт миҫалы ул”, - ти уның тураһында хеҙмәттәштәре.
Көн һайын яугирҙәребеҙ, ғүмерен һәм һаулығын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, беҙҙең өсөн Еңеүҙе яҡынайта. Барлыҡ яҡташтарыбыҙҙың, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең дә өйҙәренә иҫән-һау ҡайтыуын теләйбеҙ!
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәгенең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.
Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.
Фото: социаль селтәрҙән.