Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
5 Февраль , 11:30

Самурайҙар кеүек намыҫлы, ҡыйыу “Хираката”

Япониялағы ҡала исемен Көйөргәҙе яугиренә позывной итеп бушҡа бирмәгәндәрҙер, тигән уйҙар тыуҙы уның менән аралашҡандан һуң. Ауырлыҡтар уны ҡорос кеүек сыныҡтырған, асыҡ ҡарашлы, лидер характерлы егеттең ҡушаматы есеменә тап килеп кенә тора.

Самурайҙар кеүек  намыҫлы, ҡыйыу “Хираката”
Самурайҙар кеүек намыҫлы, ҡыйыу “Хираката”

Көйөргәҙе ауылында тыуған егет Үрге Бабалар ауылында мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлаған, унан һуң  Өфөлә энергетика колледжында белем алған. Өфө, Ырымбур ҡалаларында эшләгән егеттең ҡулынан килмәгән эше булмай: кәрәк икән фатир ремонтлаған, төрлө күләмдәге төҙөлөшкә тотонған. “Ғаиләлә беҙ ике малай үҫтек. Һаулыҡ ҡаҡшауы сәбәпле әрмелә хеҙмәт итмәгәйнем. Атайҙы ла беҙ бала саҡта юғалттыҡ, шуға ла иртә ҡул араһына инергә, эшкә ныҡлы өйрәнергә тура килде”, - ти ул.

Махсус хәрби операция башланғас, 28 йәшлек егет 2023 йылда үҙ теләге менән контракт төҙөй. “Яуға киткәнемде яҡындарымдың береһе лә белмәне. Ниәт иткән эште бер ҡасан да алдан һөйләп йөрөй торған холҡом юҡ”, - ти “Хираката”. Инструкторҙар эшкә сынығып үҫкән, ерлектә тиҙ ориентир таба алған ауыл егетенең һәләтен күреп, уны штурмлаусылар командаһы командиры тип билдәләй.

“Минең ҡул аҫтында дисциплина яҡшы ине, һәр һалдат бер-береһе өсөн ҡалҡандай булды. Беҙҙең легендар командирҙар – барыһы ла батырҙар”, - ти ул ғорурлыҡ менән.   “Хираката” әйтеүенсә, ҡорал, кейем менән тәьмин ителеш яҡшы. Дошман да хәйләкәр, яңы технология менән һуғыша. Мәҫәлән, юрамал төймәле телефон ҡалдырып китеүҙәре мөмкин. Берәйһе яңылыш ҡына шылтыратырға төймәләренә баҫыу менән кординаттарҙы, ҡайҙа урынлашҡанды таба. 

Артемьевск ҡалаһын алыуҙа ҡатнаша Көйөргәҙе егете. Атыштарҙың береһендә яраланған яугир госпиталдә дауланып, реабилитация курсы үтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡәҙерле әсәһе госпиталдә дауаланған саҡта мәрхүм булып ҡала.

“Хираката” батырлыҡтары өсөн ил Президенты Владимир Путиндың ҡултамғаһы ҡуйылған “Батырлыҡ өсөн”, Донецк, Бахмут ҡалаһын алған өсөн һәм тағы бик күп миҙалдар менән наградланған. Шайморатов исемендәге миҙалды уға Өфөлә “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостан буйынса  филиалы етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты  Гөлнур Ҡолһарина тапшырған.

Самурайҙар кеүек  намыҫлы, ҡыйыу “Хираката”
Самурайҙар кеүек намыҫлы, ҡыйыу “Хираката”
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: