Махсус операция яугиры Олег Мөфтәхетдинов үҙенең тормошон Өфө ҡыҙы Альбина менән бәйләгән. Йәш пар ике йыл элек, Олег хәрби хәрәкәттәр зонаһынан ҡайтҡас танышҡан.
Никах Өфөнөң Киров районы ЗАГС-ында теркәлгән, тантанаға уларҙың туғандары, дуҫтары һәм коллегалары килгән.
Олег МХО зонаһында 2022 йылдың октябренән хеҙмәт иткән, штурмлау отряды командиры урынбаҫары вазифаһын биләгән. Әммә Бахмутты азат иткәндә ул ҡаты яралана һәм ҡулын юғалта. Был уның рухын һындырмай, һәм хәҙер ул «Ватанды Һаҡлаусылар» фондының төбәк филиалында эшләй, унда ярҙамға мохтаж яугирҙарға һәм ветерандарға ярҙам күрһәтә.
Йәш ғаиләне ҡотлайбыҙ! Бәхетле булығыҙ!
Сығанаҡ: "Башҡортостаным. Яңылыҡтар"